Былтыр Рәсәйҙә йәшәгән һәр кеше уртаса 14 литрҙан ашыу спиртлы эсемлек эскән. Статистика шуны раҫлай.
“Лидер”ҙар рәтендә – Ненец автономиялы округы, Сахалин, Магадан, Мәскәү өлкәләре, Карелия. Был төбәктәрҙә һәр йән башына йылына 25 литр алкоголле эсемлек тура килә, тип яҙа “Известия” гәзите.