Утын менән генә булмаҫ шул...11.03.2019
Бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмә барышында республика етәксеһе Радий Хәбиров автомобиль юлдарындағы соҡорҙарҙы ямау сифатын тикшереүгә йүнәлтелгән мобиль ҡушымтаны эшкә ҡушыу сроктары менән риза булмауын белдерҙе. Транспорт буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов интерактив карта 1 июнь эш башлай тигәйне, Радий Фәрит улы бының менән ризалашманы.

– Яҙ етеү менән граждандарҙың ҡышын ҡар таҙартмауға йүнәлтелгән әрләүҙәре юлдарға күсә, һәм улар хаҡлы. Беҙҙең төбәктә һауа шарттары бик ҡатмарлы, юлдар уны күтәрә алмай, соҡорҙар барлыҡҡа килә, кешеләр йәрәхәтләнә, машиналар боҙола. Тап ошоларҙы иҫәптә тотоп, был картаны мин һеҙгә көҙөн үк индерергә ҡушҡайным, – тине ул. – Был ваҡыт эсендә яңы айфон уйлап сығарырға булыр ине, ә һеҙ миңә мобиль ҡушымта ни бары 1 июнгә генә әҙер була, тиһегеҙ. Мин быны ҡабул итмәйем. Ҡушымта 1 апрель әҙер булырға тейеш, 20 көн ваҡытығыҙ ҡалды.


Тимур Мөхәмәтйәнов белдереүенсә, интерактив карта юл хеҙмәттәре оператив саралар күрһен өсөн булдырыла. Республика халҡы сайтта теркәлә һәм дәғүәләре булған автомобиль юлы участкаһын картала билдәләй, фото һәм видео һала ала. Заявка автоматик рәүештә юлдың был участкаһы өсөн яуап биргән ойошмаға йүнәлтелә. Мөрәжәғәтте тикшереү өсөн бер тәүлек, юлды ремотлау өсөн өс тәүлек ваҡыт етергә тейеш. Соҡор хәүефле булһа, ул бер тәүлектә ремонтланырға тейеш.

Шулай уҡ Радий Фәрит улы ихаталарҙағы юлдарҙы ремонтлау өсөн яуаплы ойошмаларҙы ла йәлеп итергә ҡушты. Был йүнәлештәге эш тураһында киләһе оператив кәңәшмәлә Өфө, Нефтекама, Салауат һәм Стәрлетамаҡ мэрҙарына доклад әҙерләргә ҡушылды.

– Юл хужалығы, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм, белеп торам, муниципалитеттар ҙа юл ремонтына әҙер түгел. Соҡорҙарҙы кирбестәр, йә утын менән ҡапларға йыйынаһығыҙмы? Юлдар һәм соҡорҙар – был сәйәси йәмәғәтселек бурысы, беҙҙең халыҡтың тормош сифаты, – тине Радий Хәбиров.


Вернуться назад