Африка күгендә Ethiopian Airlines авиакомпанияһының Boeing-737 самолеты һәләкәткә осраған. Һәләк булғандар араһында өс Рәсәй кешеһе лә булыуы асыҡланды.
Һәләк булғандар араһында 32 — Кения, 18 — Канада, туғыҙ — Эфиопия, һигеҙ — Италия, һигеҙ — Ҡытай, һигеҙ — АҠШ, ете — Бөйөк Британия, ете — Франция, алты — Мысыр, биш — Нидерланд, дүрт — Һиндостан, дүрт — Словакия, өс — Австрия, ике — Марокко, ике — Испания, ике — Польша һәм ике Израиль гражданы бар.
Ял көнө иртән самолет Эфиопияның Дэбрэ-Зэйт ҡалаһы янында һәләкәткә осрай. Бортта 157 кеше була, уларҙың һигеҙе – экипаж ағзалары. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, һәләкәттә иҫән ҡалыусылар юҡ.