7 март Шаран районында торлаҡ йортта янғын сыға. Өйҙә бәлиғ булмаған дүрт бала ғына була. Йорттоң түбәһе янып китә, коридорҙы ут ялмап ала. Янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡулайлама сигналын ишетеү менән 16 йәшлек өлкән ҡыҙ тәҙрә аша өс ҡустыһын тышҡа сығара һала. Балалар бөтәһе лә иҫән ҡала.
Ҡыйыу ҡыҙҙы ҡиммәтле бүләк һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса республика дәүләт комитетының ведомство наградаһы менән бүләкләйәсәктәр. Был хаҡта Хөкүмәттәге оператив кәңәшмә барышында дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров әйтте.
“Бына һәйбәт миҫал, янғынды иҫкәртеүсе ҡулайлама дүрт бала ғүмерен ҡотҡарып ҡалды. Был эште артабан да дауам итергә ҡушам һәм 25 мартҡа миңә башҡарылған эш буйынса отчет әҙерләгеҙ”, – тине төбәк етәксеһе Радий Хәбиров.