Сибай институты иң яҡшылар рәтендә11.03.2019
Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты — көньяҡ-көнсығыш районы йәштәре өсөн мәғариф, фән һәм белем биреү үҙәге булараҡ төбәк халҡының ныҡлы таянысы. Йәштәр, йыраҡтағы ҡалаларға юлланмайынса, яҡында юғары белем алыу мөмкинлегенә эйә. Уҡыу йортонда йәштәргә, сифатлы белем менән бер рәттән, һоҡланғыс тәрбиә бирелә. Студенттарҙың 90 проценттан ашыуы — башҡорттар. Бында бигерәк тә йәш быуында илһөйәрлек һәм ватансылыҡ сифаттары тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бирелә. Уларҙы һәр иртән халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхестәре — Рәми Ғарипов, Мөхәмәтша Буранғолов, Сибай Шәйәхмәтов, Һәҙиә Дәүләтшиналарҙың һыны сәләмләһә, институт бинаһында Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, Мифтахетдин Аҡмулла һәм башҡаларҙың мөһабәт һынлы барельефтары ҡаршылай.

Студенттарға белем алыу өсөн бар шарттар тыуҙырылған: улар заман талаптарына яуап биргән кабинеттарҙа шөғөлләнә, бар уңайлыҡтары булған бүлмәләрҙә йәшәй, төрлө конференцияларҙа, форумдарҙа ҡатнаша, Рәсәй, хатта сит илдәрҙә конкурстарҙа, белемдәрен камиллаштырыу буйынса курстарҙа сығыш яһай, төрлө мәҙәни һәм спорт бәйгеләрендә призлы урын яулай.

Күптән түгел Сибай институты өсөн ҡыуаныслы ваҡиға булды. Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы белгестәре илдәге юғары уҡыу йорттары эшмәкәрлеген тикшереп, уларҙың хеҙмәт һөҙөмтәләрен иғлан итте. Мониторинг күрһәтеүенсә, БДУ-ның Сибай институты — Рәсәйҙең сифатлы эшмәкәрлек алып барған белем усаҡтарының береһе! Барлығы 1 314 юғары уҡыу йорто, ун федераль һәм 29 милли-тикшеренеү университеты араһында Сибай институтының шулай юғары баһа алыуы — ҙур ҡаҙаныш.

“Башҡортостан” гәзите редакцияһының яҡын дуҫына әйләнгән Сибай институты етәкселегенә, коллективына, студенттарына артабан да ижади уңыштар, яңынан-ыңы үрҙәр теләйбеҙ.


Вернуться назад