Әҙәм балаһы тормошонда иң саф, матур хыялдар – бала, үҫмер осорҙарыныҡы. Ошо уй-теләктәргә ҡарата иғтибарлы булыу зарур: уларға һаҡһыҙ ҡағылһаң, йәш кешенең йәшәү дәртен, өмөт-ышанысын һүндереү ихтималлығы бар....Алтынсы класс уҡыусыларына киләсәктә кем булырға теләүҙәре хаҡында инша яҙырға ҡушылған. Балаларҙың береһе төнгә хәтлем ултырып, күңелендәге хыялын түкмәй-сәсмәй ҡағыҙға төшөргән. Ҙур ер алып, шунда иркен йорт һалырға, шәхси хужалығын алып барырға, өҫтәүенә ошонда уҡ халыҡҡа ял итеү урыны булдырырға хыялланған ул. Был эште нисек ойошторасағы, архитектура үҙенсәлектәре, тупраҡтың уңдырышлылығын арттырыу саралары, ат һарайын нисек төҙөү һ.б. хаҡында ихлас күңелдән ентекле бәйән иткән.
Иртәгәһенә малай иншаһын уҡытыусыға тапшырған. Өс көндән иһә дәфтәре үҙенә әйләнеп килгән. Асып ҡараһа, ҙур “икеле”... Өҫтәүенә йәш уҡытыусы малайҙы бөтөн класс алдында әрләгән: “Юрғаныңа ҡарап аяғыңды һуң, тиҙәр. Ә һин, ер алам, иркен йорт төҙөйөм, имеш. Беләһеңме, бының өсөн күпме аҡса кәрәк! Ишле ғаиләнәнһең дәһә. Ҡыҫҡаһы, ундай хыялды онот. “Икеле”ңде төҙәтәм тиһәм, икенсе инша яҙып алып кил. Теләгең мөмкинлектәреңә тап килерлек булһын”.
Малай өйөнә бөтөнләй кәйефһеҙ ҡайтып ингән. Хәлен һөйләп биргәс, атаһы: “Бер ниндәй ҙә кәңәш бирә алмайым, улым, – тигән. – Тик шуны бел: ҡарарың ныҡлы, ниәтең изге икән, Аллаһ бәрәкәтен бирер”.
Һөҙөмтәлә оҙаҡ уйланғандан һуң малай уҡытыусыға әлеге иншаһын кире тотоп барған: “Икеле”геҙ ҡалһын, мин дә хыялымды үҙемдә ҡалдырам...”
...Йылдар үткән. Шәхси биләмәһендәге матур тәбиғәттә ял итергә килгән кешеләргә ҡыуанып ҡарап ултырған хужа бер төркөм уҡыусыларҙы күреп, уларға табан юлланған. Шул саҡ бер баланың сағыу тауышы яңғыраған: “Киләсәктә минең дә ошондай ҙур биләмәм, аттарым буласаҡ! Бынауындай иркен өйҙә йәшәйәсәкмен! Биләмәмдә балалар өсөн лагерь ҙа асырмын!..” Яуап урынына ҡәнәғәтһеҙ уҫал тауыш ишетелгән: “Булмаҫтайҙы һөйләп торма! Көсөңдән килмәйәсәк!”
Балаларҙы экскурсияға алып килгән өлкән йәштәге апайҙы күргәс, биләмә хужаһының йөрәге “жыу” итеп ҡалған: үҙенең элекке уҡытыусыһы бит! Мәктәптә һаман эшләп йөрөй икән. Тиҫтә йылдар дауамында күпме уҡыусының хыялын юҡ иткәндер ул...
– Ысынлап теләйһең икән, уйлағандарың һис шикһеҙ тормошҡа ашасаҡ! – тип йәһәт кенә теге малайҙың янына килеп, яурынына ҡулын һалған биләмә хужаһы. – Хыялһыҙ кеше – ҡанатһыҙ. Теләк-ниәтең көслө, изге булһа, Аллаһ бәрәкәтен бирә ул...