Стәрлетамаҡ районының Айыусы ауылында тыуып үҫкән, хәҙер Күмертау ҡалаһында йәшәүсе ҡәҙерлебеҙ Яманһарова (Ҡаҙаҡбаева) Сәриә Зәйниғәбитдин ҡыҙын күркәм юбилейы — 65 йәше тулыу уңайынан ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Уға һөйөнөстәргә тулы бәхетле ғүмер, ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, бағлаған өмөттәренең тормошҡа ашыуын теләйбеҙ. Йөрәгенән дәрт-дарман, беләгенән көс-ғәйрәт ҡайтмаһын! Яҡты уй-хыялдар, киләсәккә ышаныс, күңел бөтөнлөгө менән артабан да ғүмер үрҙәренә артылырға яҙһын!
Иң изге теләктәр менән еңгәләре Лиза менән Зәйтүнә, ҡустылары Айбулат, Баязит, килендәре Ләйсән, Зәкиә Янғужиндар, һеңлеһе Гөлшат менән кейәүе Инфир Шафиҡовтар, әхирәте Сулпан.