Ошо байрам көндәрендә Веселовка ауылы халҡы эргәлә атыу тауыштары ишетә. Һөҙөмтәлә, республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы дәүләт инспекторы әйтеүенсә, йәшәү урыны Өфөлә булған 52 йәшлек ир тотола, уға енәйәт эше асыла.Браконьер ҡоралай атҡан була.
“Участковый уны урындағы халыҡтың ярҙамы менән тиҙ таба – дачаһы шунда урынлашҡан. Енәйәт эше ирҙең гаражына ингәс үк күреп раҫлана”, – тип хәбәр иттеләр Эске эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәтенән.
Браконьер ҡоралайҙы законһыҙ рәүештә атҡанын таный, енәйәт эше урынын күрһәтә. Уға 500 мең һумдан ашыу штраф һалынасаҡ.