“Медиалогия” компанияһы Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙарының 2018 йылдың мартынан әлеге көнгә тиклем медиарейтингын әҙерләне. “Топ-50” исемлегендә Өфөлә тыуған ике яҡташыбыҙ бар.Һигеҙенсе урында – Рәсәй Үҙәк банкы рәйесе Эльвира Нәбиуллина (киң мәғлүмәт сараларында уның исеме бер йыл эсендә 66 274 тапҡыр телгә алынған). Рок-йырсы Земфира иһә – 48-се (12 174 хәбәр).
Рейтингтың лидеры булып Рәсәй Сит ил эштәре министрлығы вәкиле, рәсми дипломат Мария Захарова танылды (158 474 мәғлүмәт). Артабан Ксения Собчак (135 265) һәм Ольга Бузова (118 566) килә.
Медиарейтинг телевидение, радио, гәзит-журнал, мәғлүмәт агентлыҡтары, интернет сығанаҡтарына таянып төҙөлгән.