Дәүләт автоинспекцияһы тарафынан Өфөлә барлыҡ водителдәрҙе тикшереү бара.Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, сара барышында рулдәгеләрҙең хәл-торошо, документтары, пассажирҙарҙы, айырыуса бәлиғ булмағандарҙы йөрөтөү ҡағиҙәләренең үтәлеү-үтәлмәүе тикшерелә.
Рейд юлдағы тәртипте көсәйтеү, етешһеҙлектәрҙе иҫкәртеү, аварияға илткән сәбәптәрҙе асыҡлау һәм уларҙы бөтөрөү маҡсатында башҡарыла.