Баймаҡтың Билал ауылы китапханасыһы Райхана Булатованың тәҡдиме менән башланған “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 изге эш” проекты халыҡ араһында киң танылыу ала бара. Был матур ғәмәлгә Өфө ҡалаһынан Айгизә һәм Илгиз Зариповтар ҙа ҡушылды. – Баш ҡалала йәшәһәм дә, яҡташтарымдың тормошон күҙәтеп барам. Һәр яңылыҡ – концерт булһынмы ул, осрашыуҙармы, ярыштармы – барыһы ла интернет киңлектәрендә сағылыш таба. Үҙем Билал ауылы ҡыҙымын. “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 изге эш” акцияһына ҡушылып, ирем Илгиз Зарипов менән Күгиҙел ауылы китапханаһына 100 башҡорт китабы тапшырырға ҡарар иттек, – ти Айгизә Зарипова.
Урындағы китапханасы Зифа Мәүлитова был изге ғәмәлде бик һөйөнөп ҡабул итте. “Китаптар уҡыусыларға ҙур бүләк буласаҡ”, – тине ул.
Күркәм башланғысҡа ситтә йәшәгән башҡа яҡташтар ҙа ҡушылыр, китапханалар матур йөкмәткеле китаптар менән тулыланыр тигән өмөттә баймаҡтар.