Ғаилә – дәүләттең айырылғыһыҙ өлөшө, иң ҙур байлығы. Ошоға тәрән төшөнгән Сибай ҡалаһы хакимиәте етәкселеге сабыйҙары тыуған парҙарҙы иғтибарҙан айырмай.Мәҫәлән, былтыр шундай йолаға нигеҙ һалынды: игеҙәк балалары донъяға килгән ғаиләләргә коляска бүләк ителә. Ә ҡалала бындай осраҡ байтаҡ: былтыр 13 пар игеҙәк тыуһа, быйыл әлегә – өсәү.
Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов сираттағы бәхетле ата-әсәне ихлас тәбрикләп, коляскалар бүләк итте.
Гүзәл менән Данир Бураншиндар сабыйҙарына Баязит, Рания тип исем биргәндәр. Ә Фәнилә Әлибәкова һәм Шамил Ғәлин ҡыҙҙарына Самира, Сабина тип ҡушҡан. Гөлназ менән Рәфис Айҙашевтар өлкән балалары янына йәнә ике һылыуҡай алып ҡайтҡан. Дарина менән Алинаны апайҙары яратып ҡабул иткән.
Ҡала хакимиәте башлығы йәш ғаиләләрҙе ҡотлап, сабыйҙарының һау-сәләмәт булып үҫеүен, ата-әсәһенә тик шатлыҡ килтереүен теләне.
– Игеҙәк балалар тыуған ғаиләләргә коляска бүләк итеү йолаһы артабан да һаҡланасаҡ, – тине Рөстәм Әхмәткәрим улы. – Ҡалабыҙҙа йәш быуын өсөн бөтөн шарттар булдырырға тырышабыҙ, артабан да был йәһәттән ныҡлы эш алып барыласаҡ. Ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау һәм үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Киләсәктә лә ошо маҡсаттарҙы берҙәм көс менән тормошҡа ашырайыҡ.