Күгәрсен районының Мораҡ ауылында йәшәгән туғаныбыҙ Ғәликәева Рәфиҙә Фазлинур ҡыҙын күркәм ғүмер байрамы — 50 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙ, һиңә ныҡлы сәләмәтлек теләйбеҙ, күңел күгендә ҡара болоттар өйөрөлмәһен, йортоғоҙға бәлә-ҡаза инмәһен, тормош иптәшең Вахит Мәхмүт улы менән шулай гөрләшеп, балаларығыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең игелеген күреп йәшәргә яҙһын.
Һәр яңы көнөң уңыш менән килһен,
Алһыу таңдар күмһен шатлыҡҡа.
Йәшәү дәрте янһын йөрәгеңдә,
Ҡартайырға һис тә ашыҡма.
Дуҫтар ғына ишектәрҙе ҡаҡһын,
Һөйөү-наҙҙар ситләп үтмәһен,
Теләктәр ҙә гел тормошҡа ашһын,
Бәхеттәргә ҡырау төшмәһен!
Иң изге теләктәр менән барлыҡ туғандарың исеменән һеңлең Ризәлә.