Афарин, Айгүзәл!09.03.2019
Хәйбулла районы үҙәгендә йәшәгән 68 йәшлек ҡатын сүп-сар түгергә сыға ла, 20 метр араны үтеп тә өлгөрмәй, аңын юғалтып ҡолай. Ул шәкәр диабеты менән сирләгән була.

Шул рәүешле ҡар өҫтөндә ике сәғәт тирәһе ята, ҡатынға берәү ҙә иғтибар итмәй. Бәхеткә күрә, күрше йорттан магазинға тип ун ете йәшлек Айгүзәл Киналиева сыға. Ҡатынды күргәс тә уның янына йүгереп бара. Торғоҙорға итә, көсө етмәй. Тиҙ арала телефондан 112 һандарын йыя. “Ашығыс ярҙам” машинаһы йәһәт килеп етә, сирлегә тәүге ярҙам күрһәтелә, һәм ул Аҡъяр үҙәк дауаханаһына оҙатыла.

Әле ҡатын дауахананан сыҡҡан, үҙен яҡшы тоя. Бына шулай йәш замандашыбыҙҙың тирә-йүндәгеләргә битараф булмауы арҡаһанда кеше ғүмере һаҡланып ҡалына. Айгүзәл кеүек йәштәр арабыҙҙа күберәк булһын ине тигән теләктә ҡалабыҙ.

Ҡыҙ – Өфө статистика, информатика һәм иҫәпләү технологияһы студенты. Афарин, Айгүзәл!


Вернуться назад