Республиканың рәсми сығанаҡтары хәбәр итеүенсә, Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә атыш булған.Кисә, 8 мартта, хеҙмәткәрҙәрҙең береһе цех етәксеһенең машинаһына, унан аяғына атҡан. Ҡаза күреүсенең мөрәжәғәтенән һуң енәйәт эше асылған, тикшереү үткәрелә.
“Травматив пистолет тартып алынды, хәлдең сәбәптәре асыҡлана. Хеҙмәткәргә Рәсәй Енәйәт кодексының 115-се статьяһы буйынса енәйәт эше асылды”, – тип хәбәр иттеләр Эске эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәтенән.