Байрамда ҡунаҡҡа килеп...09.03.2019
Башҡортостандың баш автоинспекторы Динар Ғилметдинов үҙенең блогында хәбәр итеүенсә, үткән төндә Тәтешле районының Әри башы ауылында иҫерек ир ҡатынының ғүмерен ҡыйған.

Улар бында Нефтекаманан ҡунаҡҡа килгән булған. Төнгө сәғәт өс тирәһендә ВАЗ-2115 автомобиле рулендәге утыҙ йәшлек иҫерек ир урамдың йәйәүлеләр йөрөй торған ситенән ҡаршыһына килә ятҡан хәләл ефетенә барып төкөгән. Йәш ҡатын алған йәрәхәттәренән йән биргән.

8 мартҡа мәғлүмәттәр буйынса, республика юлдарында алты автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа ике кеше һәләк булған, бишәү төрлө йәрәхәт алған.


Вернуться назад