Һынлы сәнғәт иленә саҡырабыҙ!08.06.2012
Беренсе башҡорт профессиональ рәссамы Ҡасим Дәүләткилдеев исемен йөрөткән Республика һынлы сәнғәт гимназия-интернаты донъяны, тормошто буяуҙарҙа сағылдырырға яратҡан һәләтле уҡыусыларҙы һынлы сәнғәт нигеҙҙәрен тәрәнерәк өйрәнеү өсөн 2012/13 уҡыу йылына ҡабул итә.
Гимназиябыҙ бик бай тарихлы. Уға 1961 йылда нигеҙ һалынған. Бөгөн гимназия-интернат ҡаланың бер күркәм мөйөшө булып, әллә ҡайҙан үҙенә тартып тора. Тупһа аша үтеүгә һәр кемде зауыҡ менән биҙәлгән уҡыу һәм йоҡо бүлмәләре ҡаршы ала. Уларҙың һәр береһе заман талаптарына ярашлы йыһазландырылған, бөтә ерҙә тәртип, бөхтәлек, таҙалыҡ. Бында тырыш, үҙ-үҙенә талапсан коллектив тупланған. Һәр уҡытыусының бурысы — заманса яңы технологияларға ҡоролған бай йөкмәткеле дәрес аша уҡыусылар күңелендә гүзәллек тойғоһон үҫтереп, сәнғәт әҫәрҙәрен аңлай һәм баһалай белергә өйрәтеү.
Беҙҙең уҡыусыларыбыҙ сәнғәт илен тәрән үҙләштереү менән бер рәттән хәҙерге көн талаптарына яуап биргән кабинеттарҙа белем ала, ике-өс кешелек яҡты, иркен йылы бүлмәләрҙә йәшәй, яңы ҡорамалдар менән йыһазландырылған ашханала көнөнә биш тапҡыр туҡлана, төрлө республика, халыҡ-ара конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша.
Дәрестән һуң, уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереү маҡсатында, гимназия-интернатта түңәрәк эштәре, секциялар, кластан тыш саралар ойошторола: гравюра, роспись, компьютер графикаһы, баскетбол, милли көрәш, айкидо, вокал, бейеү, театр. Уларҙың һәр береһен һөнәри белемле, үҙ эшен яратып башҡарған, һәләтле уҡытыусылар һәм түңәрәк етәкселәре алып бара.
Гимназияға уҡырға керергә теләүселәр өсөн 20-25 июнгә тиклем “Палитра” тигән түләүле ижади лагерь үҙ эшен башлай. Был лагерҙа балалар Өфө менән яҡындан танышыу, интернат системаһына яраҡлашыу, һынлы һүрәт төшөрөү нескәлектәрен өйрәнеү менән бер рәттән үҙенең нимәгә оҫта булыуын күрһәтә ала. Унда тәжрибәле тәрбиәселәр һәм уҡытыусылар балалар менән төрлө саралар ойоштора.
Ҡабул итеү комиссияһы 25-26 июндә эшләй.

Беҙҙең адрес: 450106, Өфө ҡалаһы, Ст. Кувыкин урамы, 100-сө йорт.
Бәйләнеш өсөн телефондар: 8 (347) 228-93-52, 228-92-93.


Вернуться назад