Йәшләй китеп барҙы...09.03.2019
Ғүмеренең күп өлөшөн журналистикаға арнаған тынғыһыҙ хеҙмәттәшебеҙ Нияз Мәһәҙиев арабыҙҙан китеп барҙы. Уға 55 йәш ине.

Нияз Бикйән улы Мәһәҙиев 1963 йылда Баймаҡ районының Темәс ауылында тыуа. Баш ҡалабыҙҙағы художество мәктәп-интернатында уҡый, аҙаҡ Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлай. Хеҙмәт юлын Баймаҡта архитектор-баш инженер булараҡ башлай. Урындағы район гәзите ҡарамағында радиотапшырыуҙар ойоштора.

Артабан “Совет Башҡортостаны”, “Известия Башкортостана”, “Йәшлек”, “Комсомольская правда” гәзиттәре редакцияларында төрлө вазифалар башҡара, “Аманат” журналының баш мөхәррире була.

Беҙ, “Башҡортостан” гәзите редакцияһы хеҙмәткәрҙәре, Нияз Бикйән улының яҡындарының, күренекле шағирә, даими авторыбыҙ Зөһрә Ҡотлогилдинаның ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Мәрхүм менән хушлашыу бөгөн, 9 мартта, Өфөнөң Баҡалы урамы, 66/2 адресы буйынса урынлашҡан йорттоң 18-се фатирында сәғәт 11-ҙә була. Бәхил булығыҙ, Нияз Бикйән улы...


Вернуться назад