Ҡатын-ҡыҙ – иң үҙенсәлекле зат. Тәбиғәтебеҙҙән уға сикһеҙ гүзәллек биргән. Ебәк кеүек сәс, балҡып торған күҙҙәр, алһыу ирендәр... Ҡатын-ҡыҙ Хоҙай тарафынан бүләк ителгән ошо матурлығын һаҡларға тейеш. Ә бының өсөн йәшлек, гүзәллек, һаулыҡ сығанағы булған тәбиғәттә барыһы ла бар. Төрлө үлән, балсыҡ, тоҙ, һөт, бал һәм башҡаларҙың файҙаһы баһалап бөткөһөҙ.
Мәҫәлән, балға килгәндә, уның төрлө сирҙән дауа икәнлеген беләбеҙ. Шул уҡ ваҡытта был татлы ризыҡ тәнде йомшарта, целлюлитты бөтөрөргә ярҙам итә. Балды ҡатнаштырып яһалған битлектән һуң йөҙ алһыуланып, сафланып, йәшәреп китеүсән.
Балсыҡ та ҙур көскә эйә. Әҙәм балаһы унан яһалған, тимәк, икеһе бер-береһенә айырылғыһыҙ бәйле. Изге Ҡөрьәндәге “Һуд” сүрәһенән түбәндәге юлдарҙы иҫкә алып китәйек: “Аллаһ һеҙҙе ерҙән яралтты һәм уға ебәрҙе”. Балсыҡтың ҡыҙылы, ағы, зәңгәре, алһыуы була.
Барыһы ла файҙалы, уларға бер ниндәй ҡиммәтле синтетик крем да тиңләшә алмай. Балсыҡ радийға бай. Был төп радиоактив элемент бөтөн тән ағзаларына һәм күҙәнәктәргә ыңғай йоғонто яһай, уларҙы дауалай. Радий бактерияларға ҡаршы сара булараҡ та ҡулланыла. Балсыҡ тирене яҡшырта, ваҡ һырҙарҙы бөтөрә.
Ғөмүмән, һәр тәбиғи продукт – тәнде тәрбиәләүҙә иң ҙур ярҙамсы. Сульфатлы шампундәрҙән, силиконлы гелдәрҙән, химик буяуҙарҙан, лактарҙан баш тартып ҡарағыҙ. Уларҙың барыһына ла лайыҡлы алмаш бар. Мәҫәлән, кесерткән, аҡ сәскә, шалфей, төрлө майҙар, йомортҡа, кефир, еләк-емеш...
Шул уҡ ваҡытта тышҡы матурлыҡҡа ғына ҡыҙығырға ярамай. Гүзәллек эстән, күңелдән урғылып сыға. Тимәк, иң тәүҙә йөрәк һау булырға тейеш. Ул ауырта башлаһа, тотош организм сиргә һабыша. Был хаҡта бер хәҙисендә пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм дә әйткән.
* Ирендәр матур булһын өсөн тик яҡшы һүҙҙәр әйтегеҙ.
* Кешеләрҙең фәҡәт һәйбәт яҡтарын күрһәгеҙ, күҙҙәрегеҙ нур һибеп торор.
* Буйығыҙ һомғол булһын тиһәгеҙ, аҙығығыҙҙы мохтаждар менән уртаҡлашығыҙ.
* Сабый ҡулы наҙлаған сәстәр күҙҙең яуын алыр.
* Ҡатын-ҡыҙҙың ысын матурлығы уның күңелендә сағыла.