Һуңғы ваҡытта халҡыбыҙҙың шифалы эсемлектәренең береһе – буҙаға һорау ҙур. Уны ҡунаҡ саҡырыуға, туй һәм тыуған көндәр тантаналарын үткәреүгә һәм көндәлек тормошта ҡулланыу өсөн файҙаланалар. Һәр кем буҙаны үҙенсә әҙерләй, буҙа оҫталарының үҙ сере бар. Сибай ҡалаһында йәшәãәí Венера Йәнбәкова халҡыбыҙҙың шифалы эсемлеген әҙерләүенә лә байтаҡ йылдар үткән. Тап уның “әбйәлилдәрсә” генә эшләнгән буҙаһы һыуһынды ҡандыра, йәнгә сихәт бирә.
– Мин үҙем Әбйәлил районының Хәлил ауылында тыуып үҫкәнмен. Әсәйем – Күсем ауылы ҡыҙы, данлы Таһир Күсимов нәҫеленән. Бала саҡтан әсәйемдең буҙа ҡойғанын күреп үҫтек. Шифалы ризыҡты Әбйәлил районының милли эсемлеге тип атағанда ла дөрөҫ булыр. Уның сере ябай. Мин дә әсәйем кеүек, буҙаны шыттырылған бойҙай менән һолонан эшләйем. Шуға күрә ул, башҡаларҙыҡынан айырмалы, күпереп тора. Һуңғы ваҡытта уны геркулестан ҡойоусылар йышайҙы. Улай итеп эшләргә лә мөмкин, әммә халҡыбыҙ боронғо эсемлекте һоло һәм бойҙай шыттырып яһаған. Шуға күрә кемдер минең кеүек эшләһә лә, килеп сыҡмаһа, үпкәләмәһен, тип кенә иҫкәртеүем. Сөнки өйрәтеп тә килештерә алмаһалар, бер серен әйтмәй ҡалдырғанһығыҙ, тип үпкәләгән хужабикәләр бар.
Самалап бойҙай менән һолоно шыттырырға ултыртам. Шытымдар сыҡҡас, уны ит турағыс аша үткәрәм. Артабан иҙмәне һыуға һалып, шыйыҡ бутҡа бешерәбеҙ. Аҙ ғына һыйыр йәки һарыҡтың эс майын өҫтәйем, аҙыраҡ сүпрә һалам. Шуларҙы бергә ҡайнатып сығарғандан һуң һыуытырға ултыртам. Бер тәүлек үткәс, тәүҙә эре һөҙгөстән, аҙаҡ вағынан һөҙәм. Ике тапҡыр һөҙгәндән һуң, буҙа күпереп тора. Ошонан һуң уны эсергә була, – ти буҙа яһау оҫтаһы.
Тәүҙәрәк Венера Әнүәр ҡыҙы эшләгән буҙаларын туғандарына һәм таныштарына тарата. Аҙаҡ уны һораусылар күбәйә, бигерәк тә буҙаның ашҡаҙан, йөрәк-ҡан ауырыуҙарына дауа икәнлеген белеүселәр алдан заказ бирә. Эшләп өлгөрт кенә, ти ул. Һуңғы йылдарҙа иҫерткес эсемлектәрһеҙ үткән туй мәжлестәре, төрлө юбилей тантаналары өсөн буҙа һоратыусылар арта ғына бара. “Хаҡлы ялда булғанда, ниңә эшләмәҫкә? Табышлы ла, файҙалы ла”, – тип йылмая әңгәмәсем.
Шулай уҡ Венера Йәнбәкова һораусыларға ҡомалаҡтан икмәк һәм сәк-сәк бешерә. Оҫта кеше бар яҡлап маһир тигәндәй, геройымдың үҙ ҡулдары менән яһаған түшелдерек-селтәр, хәситә һәм ҡашмауҙар хаҡында айырым яҙырға мөмкин.