Тормоштоң бар тәмен татып, тирә-яҡтағыларға бәхет өләшеп йәшәүселәр арабыҙҙа бихисап. Улар менән аралашҡанда күңел күге күтәрелеп киткәндәй тойола. Мәҡәләм геройы Фәнүзә Зөлҡәрнәева – тап шундайҙарҙың береһе.
Ул Учалы районының Рысай ауылында ишле ғаиләлә донъяға килә. Әсәһе Ғәфиҙә Заһиҙулла ҡыҙы фельдшер-акушерлыҡ пунктында санитарка булып эшләй. Атаһы Сәғитйән Хәкимйән улы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, Курск дуғаһы өсөн алышта ҡаты яраланып ҡайта. Яҡынының һыҙланғанын күреп үҫкән ҡыҙҙа кескәй генә сағынан уҡ “ҙурайғас мотлаҡ табип булып, кешеләрҙе дауалаясаҡмын” тигән хыял тыуа. Маҡсатын ғәмәлгә ашырыу өсөн бала сағынан тырыша ҡыҙ – яҡшы уҡый, бигерәк тә биология фәнен үҙ итә, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша, спорт менән дуҫ була. Күрше Сәфәр ауылы мәктәбендә урта белемгә эйә булғас, Фәнүзә Златоуст медицина училищеһына уҡырға инә. Бында ла һынатмай ул, буласаҡ һөнәренең серҙәренә ентекле төшөнөү өсөн бар тырышлығын һала.
Дипломлы белгесте Силәбе ҡалаһына эшкә йүнәлтәләр. Алты йыл 1-се ҡала балалар дауаханаһында эшләй ул. Тап Силәбелә ғүмерлек мөхәббәте Тәүфиҡты осрата. Исеме есеменә тура килеп торған итәғәтле, тыйнаҡ егет тәү күреүҙә күңеленә ята Фәнүзәнең, уның яҡташ булыуы йәштәрҙе тағы ла яҡынайта. Ахун ауылы егете, геология техникумын тамамлап, һөнәре буйынса техник-разведчик булып эшләй. Дүрт йыл дуҫлашып йөрөгәс, яҙмыштарын бергә бәйләп, Фәнүзәгә 25 йәш тулған көндә гөрләтеп туй үткәрә йәштәр. Шул осорҙан алып 13 апрелдә Зөлҡәрнәевтәр ике байрамды бер юлы билдәләй.
1985 йылда йәштәр Учалыға яҡын ғына урынлашҡан Межозерный ҡасабаһына күсеп килә. Кескәйҙәр менән эшләп, байтаҡ тәжрибә туплаған, уларҙы бар йөрәге менән яратҡан, нескә күңелле Фәнүзәне балалар баҡсаһына шәфҡәт туташы итеп саҡыралар. Тәүфиҡ та һөнәре буйынса эшкә урынлаша. Ғаиләгә йәм өҫтәп, ҡыҙҙары һәм улдары донъяға килә. Ата-әсәләренә оҡшап, бала саҡтарынан егәрле, уңған булып буй еткерә улар.
Яҡшы билдәләргә генә өлгәшеп, спортты үҙ итеп, йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнап үҫкән Юлисә менән Данисҡа юғары уҡыу йорттарында уҡыу бер ниндәй ҙә ауырлыҡ тыуҙырмай. Инженер-механик, дизайнер һөнәрҙәрен үҙләштергән Юлисә үҙе хәҙер әсәй булып, ул үҫтерә. Данис – мәғлүмәт технологиялары буйынса белгес, әлегә өйләнмәгән. Икеһе лә Силәбелә йәшәһә лә, тыуған йорттарына йыш ҡайтып торалар. Бигерәк тә йәй айҙарында йәшелсә-емеш емерелеп уңған, гөл-сәскәгә күмелгән баҡсаларында ял итеүҙе өҫтөн күрә улар. Хәйер, ҡыш көнө лә Зөлҡәрнәевтәрҙең күркәм фатиры сәскәләрҙән өҙөлмәй, хужабикә ҡарап үҫтергән цикламендар йыл дауамында хуш еҫ бөркөп, матурлыҡ өләшә.
Ғүмер көҙөнә яҡынлашҡас, Фәнүзәнең тағы бер һәләте асыла – ул шиғырҙар яҙа башлай. Тәүҙә яҡындарына ғына уҡып ишеттерә, бер нисә ижад емеше район гәзитендә баҫылып сығып, Учалы Яҙыусылар ойошмаһы тарафынан фатиха алғас, ҡанатланып, үҙнәшер менән “Беҙҙең усаҡ” һәм “Арба юлы” китаптарын сығара. Тормош асылы, бала саҡ, мөхәббәт, туғанлыҡ ептәре тураһындағы шиғырҙарын әҙәбиәт һөйөүселәр яратып ҡабул итә. Бөгөн Фәнүзә Зөлҡәрнәеваның 25 шиғырына йырҙар ҙа яҙылған. Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Резеда Әминева, Гүзәл Үлмәҫҡолова һәм үҙешмәкәр композитор Рәзидә Әхмәтова башҡарыуында улар йыш яңғырай.
Интернет селтәрендә иркен йөҙгән Фәнүзә Сәғитйән ҡыҙы социаль селтәрҙәрҙә ойошторолған төрлө сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Былтыр сәсәндәр бәйгеһендә призлы урынға лайыҡ була ул, Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестивалендә ҡатнашыу хоҡуғы алып, тәжрибә туплай, “Ашҡаҙар” радиоһы үткәргән әйтештә лә һынатмай.
Төп эшендә лә алдынғылар сафында мәҡәлә геройым. Дүрт тиҫтә йыл медицина өлкәһендә хеҙмәт итеп, хаҡлы ялда булһа ла, бөгөн дә аҡ халатын сисмәгән Фәнүзә ханым. Балаларҙы ул дарыу менән генә түгел, яғымлы һүҙе, мөләйем ҡарашы менән дә дауалай, хеҙмәттәштәре, ата-әсәләр ҙә хөрмәт итә үҙен. Уның хеҙмәте Силәбе өлкәһе Мәғариф һәм фән министрлығының Почет грамотаһы һәм төрлө Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары менән баһаланған.
Бер урында тапаныуҙы үҙ итмәгән ханым әүҙем ялды өҫтөн күрә. Буш ваҡыттарында саңғыла шыуа, скандинав йөрөшө менән даими шөғөлләнә. Йыл һайын Ирәмәлгә күтәрелеп, дәрт-көс алыуҙы ла традицияға әйләндергән Зөлҡәрнәевтәр.
– Тормош ҡатмарлы булһа ла, бөтә нәмә кешенең үҙенән тора, яҙмышын һәр кем үҙе төҙөй, – ти ябай ғына нәмәнән дә йәм табып, һәр көнгә шөкөр итеп йәшәргә күнеккән Фәнүзә Сәғитйән ҡыҙы. Уның был фекере шиғырҙарында ла сағыла.
Тормош ул бик ҡатмарлы...
Кемдер – бай, кемдер – ярлы.
Тормош ул шундай серле...
Кемдер – һау, кемдер – сирле.
Тормош ул шундай ирмәк...
Кем – яңғыҙ, кемдер – күмәк.
Тормош ул мең-мең ҡатлы,
Кем – ябай, кемдер – затлы.
Нисек кенә булмаһын,
Тормош ул бик-бик татлы!