— Мин Ырымбур өлкәһендә йәшәүсе туғаныма киләһе ярты йыллыҡҡа “Башҡортостан” гәзитен яҙҙырырға теләгәйнем. Әммә почта бүлексәһендә, был мөмкин түгел, тинеләр. Ни өсөн?
Р. ВАҺАПОВА.
Өфө ҡалаһы.
“Рәсәй почтаһы” хәбәр итеүенсә, һәр республикала, өлкәлә урындағы почта бүлексәһендә яҙылырға кәрәк, сөнки бер үк матбуғат баҫмаһына хаҡтар төрлө төбәктә төрлөсә. Мәҫәлән, беҙҙең республикала “Башҡортостан” гәзитенә яҙылыу киләһе ярты йылға 626 һум 88 тин торһа, күрше Ырымбур өлкәһендә ул 30–40 һумға ҡиммәтерәк.
РЕДАКЦИЯНАН: сит өлкәләрҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙгә “Башҡортостан” гәзитен бүләк итеүҙең иң отошло юлы — электрон версияға яҙҙырыу.