Сағыуыраҡ булам тиһәң...08.03.2019
Төрлө стилдәге модалы биҙәүестәр – йылдың һәр ҡайһы миҙгелендә ҡатын-ҡыҙ образын тулыландырып, сағыуландырып торған ғәмәлдәрҙән.

Уларҙы киске күркәм кейем менән генә файҙаланыу мот­лаҡ түгел, тормоштағы көн­дә­лек һәм эшлекле кейемде лә ифрат байы­тып була. Шу­ны­һын да иҫтә тотоғоҙ: алҡа­лар-беләҙектәр, муйын­саҡ­тар-төй­рә­мес­тәрҙең (брошка) фәҡәт ҡиммәтле металдан эш­ләнгән йә иһә затлы ташлы ювелир изделиеһы булыуы мотлаҡ түгел. Заманса эшләнгән за­уыҡ­лы бижутерия ла кейем-һа­лымды бөтөнләй икенсе, гармониялы итеп күрһәтәсәк. Ғө­мүмән, өҫкө кейем һәм биҙә­үестәр һеҙҙең образығыҙҙы бил­дәләй, асылығыҙҙы тулы­раҡ итә, шуға ла уларҙы һайлауға етди ҡарағыҙ.

Шулай итеп, быйыл металдан яһалған теүәл геометрик формалағы эре биҙәүестәр модала буласаҡ. Бигерәк тә был беләҙек­тәргә, нескәрәк итеп яһалған муйынсаларға ҡағыла.

Ретро стилен үҙ иткән нә­зәкәтле ҡатын-ҡыҙҙар ынйылы биҙәүестәргә өҫтөнлөк бирһен. Ярым ҡиммәтле һәм тәбиғи таштарҙан яһалған алҡа-балдаҡтар, беләҙек-муйынсалар ҙа моданан сыҡмаясаҡ.

Шулай ҙа быйылғы иң популяр биҙәүес тип брошканы атарға булалыр. Төрлө мате­риалдарҙан, төрлө төҫтәрҙә һәм формала яһалған ошо би­ҙәүесте эшкә лә, көндәлек ва­ҡиғаларға ла, киске сара­лар­ға ла ҡыйыу тағырға мөмкин.

Алҡаларға килгәндә, оҙон һәм акцентлы форма­лағы­ла­рына баҫым яһағыҙ. Бер стил­дәге нескә генә балдаҡтар йәки беләҙектәр, хатта сылбырҙар йыйылмаһы бик тә популяр буласаҡ.

Ҡоштар темаһы айырым иғти­барға лайыҡ, сөнки ҡанат­лы дуҫтарыбыҙҙың һынла­нышын һәр төрлө биҙә­үестәрҙә күрәсәкбеҙ.


Вернуться назад