Бөгөн — Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөндә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән һылыуҡайҙар өсөн “Принцессалар балы” үтте. Байрамды төбәк етәксеһенең хәләл ефете Каринэ Хәбирова ойошторҙо. Күркәм сараға 287 ҡупшыҡай саҡырылғайны. Улар балға ата-әсәләре, опекундары оҙатыуында килде.
Республиканың алыҫ ҡала һәм райондарынан килгән 138 бала алдан уҡ “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһына килеп урынлашҡайны. Кисә улар ҡул эштәре буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты, “Тамыр” балалар студияһы уларға үҙҙәрен алып барыусы сифатында һынап ҡарау мөмкинлеген бирҙе, һынлы сәнғәт һәм графика бүлеге студенттары портреттарын төшөрҙө, ә кискеһен һылыуҡайҙар аттарҙа йөрөнө.
Бөгөн иһә төп байрам саралары Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында үтте. Ҡыҙҙар менән буласаҡ балет бейеүселәре бейене. Улар өсөн генә билдәле опера йырсыһы Асҡар Абдразаҡов йырҙар башҡарҙы. Ҡотлауҙарға төбәк етәксеһе Радий Хәбиров та ихлас ҡушылды. Ул һылыуҡайҙарҙы, уларҙың әсәләрен байрам менән ҡотланы, балды ойоштороусыларға, волонтерҙарға рәхмәт әйтте. Каринэ Хәбирова иһә бындай сараларҙы һәр районда үткәреү кәрәклегенә баҫым яһаны.
Балдан һуң ҡыҙҙар “Морозко” әкиәтен ҡараны.