Ҡышты оҙатырға килегеҙ!08.03.2019
9-10 мартта баш ҡаланың барлыҡ райондарында ла Ҡышты оҙатыу (Масленица) байрамдары үтәсәк.

Ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, байрам саралары 9 мартта С. Орджоникидзе исемендәге майҙанда, Дим районының мәҙәниәт һәм ял паркында, “Торатау” конгресс-холы алдындағы майҙанда үтәсәк. Саралар көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана. Баш ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын шул уҡ көндө “Мега” сауҙа-күңел асыу үҙәгендә лә көтөп ҡалалар.

10 мартта иһә ҡышты “Беренсе май” мәҙәниәт һәм ял паркында, И. Яҡутов исемендәге паркта, Затон биҫтәһендәге “Тулҡын” скверында, “Нижегородец” стадионында, “Ультра” сауҙа-мәҙәниәт үҙәгендә лә оҙатасаҡтар. Байрам саралары сәғәт 1-ҙә башлана.

Байрамға килеүселәрҙе йыр-моң, күңелле уйындар көтә. Һәр кемде ҡоймаҡ менән һыйлаясаҡтар.


Вернуться назад