Тәүге тапҡыр08.03.2019
16-17 мартта Өфөлә “Тәүге тапҡыр! Recycle fest” фестивале үтә.

Фестиваль сиктәрендә әйберҙәрҙе бергәләп ремонтларға, үҙеңә кәрәкмәгәндәрен һатырға йәки алмаштырырға мөмкин. Сара сиктәрендә макулатура, быяла, алюминий, хатта пакеттар йыйыу ҙа ойоштороласаҡ. Ҡунаҡтар “Килешеүҙәр генераторы” тигән уйында ла ҡатнаша ала.
Әйткәндәй, бындай форматтағы фестивалдәр тәүге тапҡыр 2007 йылда Амстердамда ойошторола һәм киң популярлыҡ яулай.




Вернуться назад