Матурлыҡ өләшәләр08.03.2019
Башҡортостанда һөлөк менән дауалау буйынса “Тибет” (хәҙер “Саната”) тип аталған тәүге медицина үҙә­ге бынан 25 йыл элек Өфөлә асыл­ғайны. Уға хәстәрлекле эш­ҡыуар һәм ҙур тәжрибәле табибә Гөлшат Хәсәнова етәкселек итә.

“Саната” яуаплылығы сик­лән­гән йәмғиә­тенең даны тирә-яҡҡа таралған. Бында дауа­ла­нырға илебеҙҙең төрлө төбәк­тәренән мең­дәрсә кеше килә. Гөлшат Яҡуп ҡыҙы, һәр хеҙ­мәткәр пациент­тарҙы яҡты йөҙ менән ҡаршы ала, ихлас дауалай. Һәр көн (йәкшәм­бенән тыш) көндөҙгө сәғәт 2-нән киске 8-гә ҡәҙәр эшләгән медицина үҙәгендә, халыҡты һөлөк менән дауалауҙан тыш, энә ҡаҙау, озонотерапия (кислород менән дауалау), гемосканерлау (микроскоп аша ҡандың сифатын тикшереү, ул күп ауырыуҙарҙы асыҡларға ярҙам итә) ысулдары ла киң ҡулланыла.

Заманса медицина йыһаздары менән тәьмин ителгән клиникала даими пациенттарға, инвалид­тарға, ветерандарға, студент­тарға ҙур ташлама яһала, гарантия би­релә. Бында шаҡтай арзан хаҡҡа һөлөк һатып алырға ла мөмкин.

Мөрәжәғәт итеү өсөн адрес һәм телефон: Өфө ҡалаһы, Рево­люция урамы, 163. “Саната” ме­ди­цина үҙәге. Телефоны: 8 (347) 225-10-55, 8 (917) 343-10-67.

Шуны ла билдәләп үтке килә: һөлөк кешегә өс мең йыл самаһы хеҙмәт итә. Гиппократ, Әбүғә­лисина, Пирогов уны төрлө ауы­рыуҙарҙы дауалау өсөн ҡул­ланған. Хәҙерге ваҡытта “тере шприцтар” менән барлыҡ шифа­ханаларҙа, Президент клиникаларында дауалайҙар. Һөлөктөң тәбиғәттә осраған йөҙҙәрсә төрөнән бер нисәһе генә медицинала ҡулланыла. Был йыл­дарҙа һөлөк Халыҡ-ара “Ҡыҙыл китап”ҡа индерелде.

Гөлшат Хәсәнова әйтеүенсә, һөлөк менән дауалау ҡан баҫымы юғары булғанда, йөрәк тамыр­ҙары һәм нервы системаһы, бауыр ауыртҡанда, шулай уҡ шәкәр диабетынан яфа­ланғанда ярҙам итә. Ишемия инсульты һәм инфаркт менән ауырый башлаған осорҙа ҡулланыу айырыуса яҡшы һөҙөмтә бирә. Һөлөк пиелонефрит, вегетатив ҡан тамыр­ҙа­ры дистонияһы, тромбофлебит кеүек ауырыуҙарҙы ла дауалай, түлһеҙ­лектән яфа­ланған ҡатын-ҡыҙҙарға әсә булыу бәхете бүләк итә. Әммә йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға, ҡан баҫымы, гемоглобины түбән, тән темпе­ра­тураһы юғары булған кешеләргә һөлөк һал­дырыу ҡәтғи тыйыла. Һөлөк һалып дауаланыр алдынан табип менән кәңәш­ләшеү мотлаҡ.


Вернуться назад