“Халыҡ өсөн эшләйбеҙ”08.03.2019
“Ирәндек” ашханаһында хеҙмәтләндереү юғары кимәлдә.

Әбйәлил районының Асҡар ауылына йомош менән барғанда, тамаҡ ялғап алыу өсөн беренсе осраған кешенән: “Ҡайҙа ашап сығырға була?” – тип һораным.

“Дәүләт урамына, ЮХХДИ бүлексәһе ҡаршыһындағы “Ирәндек” ашханаһына барығыҙ. Унда хаҡтар ҙа арзан, тәмле лә бешерәләр. Кисә Белоретта булғайным, бер кафеға инеп тамаҡ ялғау 150 һумға төштө, ә бында иһә шул уҡ ризыҡҡа 100 һум бирҙем. Әйткәндәй, уның эргәһендә урынлашҡан “Домстрой”, “Мастерок” төҙөлөш магазинда­рын­дағы тауарҙар ҙа осһоҙ, шуға ла унан әйбер алам. Барлыҡ район халҡы шунда йөрөй”, – тип яуап бирҙе ул.

Ысынлап та, “Ирәндек” ашха­на­һының даны Асҡарҙа ғына тү­гел, район, хатта күрше Магнитогорск ҡалаларында ла күптән таралған. Ашхана инде 11 йылдан ашыу тәмле аштары, яҡшы хеҙ­мәт­ләндереүе менән халыҡты ҡыуан­дыра. Бында аҙна һайын туйҙар, тыуған көндәр уҙғарыла. Һуңғы ваҡытта дини сараларҙы күп ойошторалар. Өфөнән дә килеп тыуған көндәрен, туйҙар үт­кә­рәләр. Магнитогорск ҡалаһында йәшә­гәндәр ҙә был ашхананы ғаилә байрам­дарын уҙғарыу өсөн һайлай. Ғөмү­мән, бында бер тапҡыр сара уҙғарған кеше тағы ла килә. Бынан тыш, ашханала йәмәғәт туҡланыуы ла юғары ки­мәлдә ҡуйылған. Даими клиенттары өсөн төрлө акциялар ойошторола, Яңы йыл байрамы хөрмәтенә бүләктәр тапшыралар.

Ашхананың күркәм хужабикәһе Нә­зилә Зиннәт ҡыҙы Ғәзизова – үҙ шөғө­лөнөң барлыҡ нескәлек­тәрен белгән, яуаплы һәм талапсан ҡараған сауҙа тармағы ветераны. Ул фиҙакәр хеҙмәте өсөн Ҡулланыусылар союзының “Маҡ­таулы хеҙмәте өсөн” билдәһе менән бүләкләнгән. Шулай уҡ бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Рәхмәт хаттары уның намыҫлы хеҙмәте хаҡында һөйләй.

Нәзилә Зиннәт ҡыҙының оҙаҡ йылдар эшҡыуарлыҡ менән уңыш­лы шөғөл­ләнеүенең сере ошоға ла барып тоташа. Әле лә ул, алтмышты барлаһа ла, үҙен яратҡан эшенән башҡа күҙ алдына ла килтерә алмай.

– Эшем оҡшай, хаҡлы ялға сыҡ­һам да, өйҙә түҙеп ултыра ал­майым. Балалар ҙа, беҙҙән күр­мәксе, сауҙа өлкәһенә ылыҡ­ты. Ҡыҙым Эльвира менән кейә­үем Илфат Нәҙершиндар ашхана эргә­һендә магазинда төҙө­лөш тауарҙары менән сауҙа итә. Айгиз улым һәм Алина киленем дә яны­быҙҙа магазин тота, сантехника ҡорамалдары һата. Бәләкә­се­беҙ Гөлназ Өфөлә банкта эшләй, – ти хужабикә.

Нәзилә Зиннәт ҡыҙы сығышы менән Асҡар ауылынан. Мәктәп­тән һуң Өфө кооператив техникумын тамамлай. Хеҙмәт юлын 1977 йылда башлаған ханым тәүҙә Әбйәлил район ҡулла­ныусылар союзында – ревизор, ике йылдан һуң Асҡар сауҙа предприя­тиеһында – өлкән бухгалтер, аҙаҡ иһә райпотребсоюзда финанс мәсьәләләре буйынса урынбаҫар вазифаларын тарта. Үҙгәртеп ҡороуҙарҙан һуң был система тарҡалғас, ул Әбйәлил сауҙа пред­приятиеһында баш бухгалтер булып эшләй. Шулай итеп, уның сауҙа өлкә­һендә хеҙмәт итеүенә ҡырҡ йылдан ашыу ваҡыт үткән.
– Хаҡлы ялға сығырға күп ҡал­мағайны әле, тормош иптәшем Ҡотдос Мәһәҙей улы үҙ шөғөл­ө­бөҙҙө асырға тәҡдим итте. Шулай итеп, ашхана 2007 йылдан эшләй. Баҡтиһәң, ул ошо урынды алдан ҡарап йөрөгән икән. Тәүҙә үҙе генә эште алып барҙы, – ти хужабикә.

Нәзилә Зиннәт ҡыҙы тормош иптә­шенән уңған. Сығышы менән Ҡырҙас ауылынан булған Ҡотдос Мәһәҙей улы – бик тырыш кеше. Ул Юл ремонтлау һәм төҙөү ида­ралығы начальнигы урынбаҫары, “Уралнефтепродукт” пред­прия­тиеһы филиалы директоры кеүек яуаплы вазифаларҙа эшләй. Уның өлгөрлөгө, сослоғо һөҙөмтә­һендә ғаилә эшҡыуарлығына ни­геҙ һалына. “Алдан тойомлай бе­лә”, – ти уның хаҡында туғандары.
Ҡотдос Мәһәҙей улы яҡын­да­рының бизнесына ла, йәмәғәт эше­нә лә етешә. Инде ун ике йыл рәттән район депутаты йөгөн тарта. Тыуған ауылы Ҡырҙаста үҙ көсө менән мәсет төҙөгән. Депутат булараҡ, әле лә ул ауылдаштарын, үҙе һайланған округка ҡараған ауыл хакимиәттәрен матди һәм рухи ярҙамынан өҙмәй.

Нәзилә Зиннәт ҡыҙы ла бағыу­сылыҡ менән шөғөлләнә. Был игелектәре өсөн уға рәхмәт хаттарын даими тапшырып торалар. Яңыраҡ сираттағыһын Башҡорт­ос­тандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе О.Ю. Панчихина ҡулынан алған. Улдары Айгиз Ҡотдос улы ла мохтаждарға, мөрәжәғәт итеү­селәргә даими ярҙам итеп тора. Тырыш ғаилә­нең ошондай изге ғәмәлдәре хаҡында мәҡә­ләләр республика һәм район матбу­ғатында йыш баҫыла.

Нәзилә Ғәзизованың ҡулы аҫтында ете кеше эшләй. Аҙыҡ-түлек һатып алыу яуаплылығын хужабикә үҙ иңенә алған.
– Һәр ваҡыттағыса, йыл башы ауыр була. Быйыл бигерәк тә ҡыйын. Аҙыҡ-түлек алырға барған һайын, уға хаҡ артыуын тоябыҙ. Шулай булһа ла, беҙ туҡланыу хаҡын күтәрмәйбеҙ, хатта банкет­тарҙағы менюҙы ла инде бер нисә йыл үҙгәртмәйбеҙ. Ирем: “Ябай халыҡ өсөн эшләйбеҙ. Ауылдан килгән кешеләргә лә уңайлы булһын”, – тип ашхананы асты, – ти Нәзилә Зиннәт ҡыҙы.

“Ирәндек”тә тәжрибәле аш­наҡсылар тупланған. Ашханала Йәмилә Тайып ҡыҙы Вәлиева оҙаҡ йылдар эшләй. Шулай уҡ Динә Илмырҙа ҡыҙы Мырҙина ла һынатмай. Гөлназ Әхтәм ҡыҙы Зекрина ла, Надежда Владимировна Ғәниева ла тәжрибәле хеҙмәткәрҙәр. Тәслимә Ишбулды ҡыҙы Мусина, Вәсилә Әхиәр ҡыҙы Низамова ла тырышып эшләй. Уларҙың барыһы хаҡында ла етәксе ыңғай фекерҙә, “ышаныслы хеҙмәткәрҙәр” тип билдәләне.

Нәзилә менән Ҡотдос Ғәзи­зов­тар тырыш хеҙмәттәре һө­ҙөм­тәһендә тыуған ерҙәрендә абруй ҡаҙанып, татыу тормош көтә. Улар балаларын да матур итеп тәрбиәләүгә өлгәшкән, әле иһә өс ейәнсәрен, бер ейәнен үҫте­реүгә тос өлөш индерә. Ни сәс­һәң, шуны урырһың, ти халыҡ мә­ҡәле. Ғәзизовтарҙың да яҡын­да­рына, ауылдаштарына, район­даштарына ҡылған игелектәре мең рәхмәт булып үҙҙәренә ҡайтһын.


Вернуться назад