* Улың булһа, олоҡло менән күрше бул, ҡыҙың булһа, ҡылыҡлы менән күрше бул.
* Әсәһенә ҡарап ҡыҙын ҡос, атаһына ҡарап улын ҡос.
* Әсәй – ҡаҙна, атай – еҙнә.
* Ҡыҙы барҙың наҙы бар. Ҡыҙлы йорт – нурлы йорт.
* Ул – һөйөнөс, ҡыҙ – ҡыуаныс.
* Ҡыҙҙар ярата йылы һүҙ, ҡаты әйтмә, егет, түҙ.
* Иреңдән айырылғансы, күкрәгеңдәге йәнеңдән айырыл.
*Ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә — ҡатын.
*Ҡатынды йөҙөк ҡашы иткән дә, мунса ташы иткән дә — ир.
* Ҡатын артынан мал килер, ҡыҙ артынан дан килер.
* Ҡатын ғәйрәтле булһа, ир ғибрәтле булыр.
* Ҡатын теләһә, ишәктән ир яһар, теләһә, ирҙән ишәк яһар.
* Ҡатын һәлкәү булһа, ир ялҡау булыр.
* Ҡатынмын тигән ҡатында ат башындай алтын ятыр.
* Ҡатынынан айырылғандың ҡанаты ҡайырылған.
* Ҡатын уңғаны иргә яраған, ир уңғаны илгә яраған.
* Бала – ата-әсәгә алтын бағана.
* Бала ҡәҙерен әсә белер, ил ҡәҙерен ир белер.
* Бала күрмәгән – балдан ауыҙ итмәгән.
* Баланан бәхетең булһа – ҡарт көнөңдә йәш итер, баланан бәхетең булмаһа – иртә йәштән ҡарт итер.
* Ҡыҙ байлығы – күркәм холоҡ, ир байлығы – тәүәккәллек.
* Ҡыҙ егеткә ҡушыла – ебәк булып ишелә.
* Ҡыҙ күңелендә – балалы бишек, ир күңелендә – эйәрле ат.
* Ҡыҙ оҙатҡан яланғас ҡалыр, килен алған түренә урын һалыр.
* Ҡыҙҙың кемлеге кемәйенән (әхирәтенән) билдәле.
* Ҡыҙыңды үҙеңдән түбәнерәккә бир, киленде үҙеңдән юғарыраҡтан ал.
* Татыу ғаилә – ил күрке.
* Кесегә мәрхәмәт ит, олоға итәғәт ит.
* Ҡартты ҡәҙерләһәң, ҡартайғас ҡәҙер күрерһең.
* Ололарҙы ололау – яҡшылыҡтың билдәһе.
* Бер олоноҡон тыңла, бер кесенекен тыңла.
* Ҡояш янында – йылылыҡ, әсә янында – изгелек.
* Малайға тәрбиә биреп ил тәрбиәләйһең, ҡыҙға тәрбиә биреп милләт тәрбиәләйһең.
* Ағаһын күреп, ҡусты үҫер, апаһын күреп, һеңле үҫер.
* Ир бала атаһына таяу, ҡыҙ бала өй эсендә буяу.
* Бала итәктә һөйҙөрә, итәктән төшһә – көйҙөрә.