Гүзәл затҡа хас серҙәр08.03.2019

lҠатын-ҡыҙ көнөнә уртаса 20 меңгә яҡын, йәғни ир-егеттәргә ҡарағанда 13 меңгә күберәк, һүҙ әйтә.

lДонъялағы иң бай 20 ҡатын-ҡыҙ, Ҡытайҙан У Яцзюндән тыш, бай­лыҡты иренән йәки ата­һынан мираҫ итеп алған.

lҒалимдарға ышан­һаң, яңы тыуған сабый­ҙың еҫе ҡатын-ҡыҙға наркоман наркотиктан алған­ға тиң ләззәт килтерә.

lБөйөк Британияла ҡатын-ҡыҙҙың уртаса 19 пар туфлийы бар.

lРәсәйҙә гүзәл заттар ир-егеттәргә ҡарағанда туғыҙ миллионға күберәк.

lАҠШ-та сабыйҙарҙың 40 проценты никахҡа ин­мә­гән ҡатындарҙан тыуа.

lҠатын-ҡыҙ ғүмеренең уртаса бер йылын “Нимә кейергә?” тип уйланып үткәрә.

lҠатын-ҡыҙ йылына яҡынса 30 – 64 тапҡыр илай, ә ирҙәр – ни бары 6 – 17 тапҡыр.

lҠатын-ҡыҙ серҙе уртаса 47 сәғәт 15 минут самаһы һаҡлай.

lИр-егеттәр көнөнә алты тапҡыр алдай, йәғни ҡа­тын-ҡыҙ менән сағыш­тырғанда ике тапҡырға күберәк.

lТәү башлап бейек үксәле туфлиҙы 1600 йыл­дарҙа ир-егеттәр кейә башлаған.

lИзраиль – донъяла гүзәл заттар хәрби хеҙ­мәткә саҡырылған берҙән-бер дәүләт.

lҠатын-ҡыҙҙың йөрәге ир-егеттекенә ҡарағанда шәберәк тибә.

lҠатын-ҡыҙҙарҙа тәм­де һиҙеү һәләте көслө заттарға ҡарағанда юға­рыраҡ.

lТикшеренеүҙәргә күҙ һалһаҡ, буйсан ҡатындар яман шеш менән йышы­раҡ сирләй.

lБөйөк Британияла ҡа­тын-ҡыҙҙың ғүмер буйы уртаса 111 сумкаһы була.

lБер ҡатындың иң күбе 69 балаһы булыуы мәғлүм.


Вернуться назад