Ожмах уларҙың аяҡ аҫтында08.03.2019

Гүзәлдәрҙән-гүзәл, ғәзиздәрҙән-ғәзиз, изгеләрҙән-изге әсәләр...

Кибеттең һауыт-һаба бүлегендә кәстрүл күрһәм, йыш ҡына уны тотҡолап, ҡапҡасын асып-ябып китмәй булдыра алмайым. Ауылға бер ҡайтҡанымда әсәйемдең: “Ҡуй инде, йүнле кәстрүлем дә ҡалманы, ни магазинға килтермәйҙәр, булған сағында пенсиям тотонолоп бөткән була...” – тигәнен ишетеп, йөрәк һыҡрап ҡуйғайны, нисек инде мин әсәйемә кәстрүл дә алып ҡайтып бирә алмайым... 90-сы йылдарҙа бөтә әйбергә ҡытлыҡ, мин кәстрүл эҙләп тапҡансы, Учалы яҡтарына юл төшкәнсе, әллә ниндәй мәшәҡәттәре сығып, ниәтемде тотҡарлай торҙо... Өлгөрмәнем шул, әсәй, саҡ ҡына өлгөрә алманым...

Ауыл хәҙер иҫтәлектәр һәм хәтирәләрҙән алыҫлашҡандан-алыҫлаша бара. Өфөгә йәшәргә килгәнемә лә 40 йылдан ашыу ғүмер уҙған шул. Үткән быуаттың 70-се йылдары менән сағыштыр­ғанда, хәҙер бөтөнләй икенсе илдә һәм башҡа йәмғиәттә көн итәбеҙ. Ҡайтҡан саҡта ла сабый һәм үҫмер саҡтарҙы иҫкә төшөрөрҙәй бер нәмә лә табырмын тимә, бала саҡ һуҡмаҡтары әллә ҡасан юйылып бөткән, юлдары ла, кешеләре лә икенсе, тиҫтерҙәрем дә юҡ дәрәжә­һендә. Өйгә инеп, ихатаға сығып бер-ике урағас, ахырҙа зыяратҡа юл алам, атай-әсәйем, бик күп туғандарым һәм тиҫтер­ҙәрем шунда бит. Тыуған йортомда ла икенсе ғаилә йәшәй, бер туған ҡустымдың ҡыҙы менән кейәүе булғанлыҡтан, һәр саҡ ихлас ҡаршы алалар, тик улар икенсе заман балалары, йөрәк кисерештәремде барыбер аңла­маҫ­тар.

Тик өйҙәге мейес кенә үҙгәр­мә­гән һәм урынында. Күптән газ үткәрһәләр ҙә, ул ярты быуат самаһы инде үҙ бурысын көн-төн үтәүен дауам итә. Шул мейескә ҡарап ҡына бала сағымды, уның эргәһендә әсәйҙең тәмлекәстәр бешереп йөрөгәнен күҙ алдына килтерә алам.

...Ҡоро ҡайын утыны икмәк мейесендә сытырлап яна. Мин ауылға ҡайтҡанда шуның янғанын ҡарарға ярата торғайным. Әсәй эргәмдә ултыра, ҡамыры өлгөргән, торомбаштарҙың бер аҙ һүрелгә­нен һәм икмәк һауыты ҡуйырлыҡ булғанын ғына көтәһе ҡала. Икебеҙ ҙә өндәшмәйбеҙ. Һирәк ҡайтып йөрөгәнлектән, әсәйҙән ниндәйҙер үтә мөһим ғәмәлдәр тураһында һорашып ҡалырға уҡталып ҡуям да тағы өндәшмә­йем. Ә нимә мөһим һуң был тормошта? “Ят яҡтарҙа үҙ­ал­лы тормош көтөп алып китеүе ҡыйын икән, әсәй, нисек түҙемле булырға, ҡайҙан аҡса еткерергә лә ҡасан, ниһайәт, фатирлы бу­лырға...” Юҡ, ундай хәбәрҙәр ме­нән әсәйҙе хәсрәтләндерергә яра­маҫ... Ахырҙа ул үҙе телгә килә:
– Ҡала ерендә йәшәүе еңел түгелдер инде, улым, ғаиләне ҡарау ҙа анһат булмайҙыр, ҡайҙан аҡса еткерәһегеҙҙер, хатта ит менән һөттө лә кибеттән алырға тура килә бит...

– Юҡ, әсәй, беҙҙең барыһы ла етеш. Мин, киреһенсә, һеҙҙе йәлләйем – ауылда донъя көтөүе бигерәк ауыр, көнө-төнө эш, ололарға бигерәк ҡыйындыр...

– Беҙ өйрәнгән инде, әллә ни һиҙелмәй ҙә. Эше шул үҙебеҙ өсөн бит. Бына атайың ғына хәҙерге муллыҡ заманын күрә алмай гүргә инде, үҙе колхозда көнө-төнө егелеп эшләне бахыр...

Эйе, атайым Шәрифулла Ғәбиҙулла улының да, әсәйем Миңъямал Сәрүәретдин ҡыҙының да бөтә хеҙмәт биографияһы колхоз баҫыуҙарында һәм фермаларында үтте. Хәҙер шул осор иҫкә төшһә, миңә улар үтә йәл булып китә – ҡоллоҡ шарттарында йәшәгәндәр бит... Ә ниңә – эш өсөн хеҙмәт хаҡы түләмәйҙәр, асҡа үлмәһендәр өсөн иген генә тараталар, ҡайҙалыр сығып китер өсөн документтары юҡ – ҡолдар­ҙан ни яғы менән артыҡ?! Шәхси хужалыҡта аҫралған мал һанын һәм йәшелсә баҡсаһы майҙанын да Совет власы төрлөсә сикләп маташты.

Әсәйем тәүҙә һарыҡсылыҡ фермаһында эшләгән, хәйер, ферма тигәне – ҡыш көнө генә, ә яҙҙан көҙгә хәтлем был малды Әгер яла­нында асыҡ кәртәлә тотҡан­дар, көтөүселәр шуның эргәһен­дәге ҡыуыштарҙа йоҡлап йөрөгән. Ашау яғы ла шул – әлеге һарыҡ ите, колхоз биргән бойҙайҙан икмәк, сәй урынына мәтрүшкә. Ауылдағы һыйырын, тауыҡтарын да үҙҙәре менән алып китергә рөхсәт.

Һаулығы ҡаҡшағас, әсәйҙе унда ебәрмәй башлағандар, уғасы фронттан күпмелер ир-ат та ҡайтҡан, яланда мал ҡарау эше уларға йөкмәтелгәндер инде, әммә колхоз эшенән бушатыу юҡ.

...Утыны янып бөттө, торомбаштар таралды, күмер киҫәктәре күҙҙең яуын алырҙай булып йымылдаша. Әсәй уның ҡалҡыуыраҡ урындарын тәртешкә менән тигеҙләне лә, икмәк һауыттарының һәр береһен майлап, ҡыуашнанан ике услап ҡамыр алып, шул һауыттарға һалып сыҡты һәм, ағас көрәккә ултыртып, күмер өҫтөнә теҙеп ҡуйҙы, мейес ауыҙын ҡапҡасы менән япты.

– Элек бигерәк ял да бирмәй эшләттеләр шул һеҙҙе, ҡыш етһә генә бушап ҡала торғайнығыҙ шикелле... – тим, тағы хәтирәләргә бирелеп.
– Ҡуй инде, кешене әҙәмгә лә һанаманылар. Бер саҡ һин, әле ярты йәш самаһы ғынаһың, ҡаты сирләп киттең, табиптарға алып барыу түгел, өйҙә йүнләп дауалау форсаты бирмәйҙәр – таң атыу менән бригадир, сыбыртҡыһын шартлатып, мал ҡыуғандай, халыҡты эшкә ашыҡтыра, – тип иҫкә ала башланы әсәйем. – Шулай ҙа, һорап та ебәрмәҫтәрен аңлап, күршеләге Учалы ауылына алып барҙым. Духтыр дарыуҙар яҙып бирҙе, нисек дауаларға өйрәтте лә, “ҡайтҡас күрһәтерһең” тип, сирләүең тураһында ҡағыҙ ҙа бирҙе, колхозда нисек икәнен белеп тора бит инде. Ҡайтыуыма бригадир ажғырып килеп еткән, “Хәҙер ун биш суткаға ултыртам!” тип төкөрөк сәсә, әлеге ҡағыҙға иҫе лә китмәне, йәнәһе, райкомға шылтыратып, табиптың үҙенең кәрәген бирҙертә ала. Ахырҙа, ырҙынға булһа ла эшкә сығырға тура килде. Ярай, уныһы ауыл ситендә генә, ырҙын мөдире күрмәгәндә, ҡаса-боҫа ғына ҡайтып имеҙеп китәм.

Мөхәммәт Ғәләйһиссәләмдең “Ожмах әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында” тигән билдәле хәҙисе бар. Бала саҡта беҙ уның мәғәнәһен аңла­майбыҙ әле. Әсәйҙең ырҙында ашлыҡ елгәреү, ферма малына миндек бәйләү, колхоз сабынлы­ғында бесән сабыу, сөгөлдөр утау, өмәләрҙә ҡатнашыу кеүек бурыс­тарынан тыш үҙ йортонда ла эше бихисап: һауын, ҡыш малға ҡойо­нан ташып эсереү, өйгә һыу ташыу, мунса яғыу, кейеҙ баҫыу, бәрәңге утау һәм күмеү, ҙур ғаиләгә ашарға бешереү, ҡош-ҡорт ҡарау, кейем йүнәтеү һәм ойоҡ ямау, шәл бәйләү, тирмәнгә он тарттырырға барыу, атай менән бергә урманға диләнкә киҫергә йөрөү, һарыҡтарҙың йөнөн ҡыр­ҡыу ... Ә ҡашығаяҡ һәм иҙән йыуыу кеүек “ваҡ-төйәк” тураһында әйтеп тораһы ла түгел, ҡартайған өләсәйебеҙгә барып та ярҙам итешә һалырға кәрәк. Шул арала нисек биш баланы ҡарарға өлгөргәндер инде әсәкәйем...

Ул һәр эшкә тилбер булды, шуғалыр инде ҡаҡса кәүҙәле ине, әммә үҙе тәүәккәл дә булғандыр, күрәһең. Уныһын мин бер ваҡиғаға ҡарап әйтәм: колхозға бөтә малын тапшырып ҡына һөргөнгә китеүҙән ҡотолоп ҡалған һәм коллектив хужалыҡта көнө-төнө эшләгән йүнсел ҡартатайым, “Һин элек кулак һымаҡ йәшәнең, онотманыҡ әле, Себергә әҙерлән” тип янағас, аҫылынырға була. Ниндәйҙер хәүеф булыуын һиҙенгән әсәйем һарайға сыҡһа, атаһы аҫылынған! Нисек шул арала балта эләктереп һәм баҫҡыс ҡуйып өлгөргәндер, әсәй йәһәт кенә арҡандың түшәм­дәге оҙон ағасҡа бәйләнгән урынына саба, ҡартатайым ергә ҡолай һәм ғыжылдап тын ала башлай. Йүгерешеп килеп еткән күршеләр әсәйемде маҡтай: “Бик башлы икәнһең дә, Миңъямал, әгәр ҙә арҡандың аҫылынып торған еренә сапһаң, нығыраҡ тартылыр ҙа, былай ҡотола алмаҫ та ине!”
Ауылда күрше менән күрше, хатта ағай-эне тейешле кеше­ләрҙең дә ыҙғышып йәшәгән осраҡ­тары аҙ түгел, әммә әсәйем­дең кем менән булһа ла һүҙгә килешкәнен хәтерләмәйем. Хатта үҙенә насар һүҙ әйтһәләр ҙә, яуап ҡайтармай һәм беҙҙе лә шуға өйрәтте: “Иҫәр менән иҫәр булмағыҙ”, — тиер ине.

Колхозда ғүмер буйы бушҡа эшләгән атайыма пенсияға сығыр алдынан ғына эш хаҡы бирә башланылар, шул ҡыҫҡа ваҡыт эсендә лә улар яңы йорт һалып өлгөрҙө. Ә электән аҡса түләнеп килһә, күпкә хәллерәк йәшәрҙәр ине. Тик был ваҡытҡа ауыр эштән ҡаҡша­ған кәүҙәләрендә көс тә самалы, мал-тыуар ишәйтеп, йорттан бер-бер артлы үҙаллы тормошҡа сығып киткән балаларына ярҙам итерлек дарман да ҡалмағайны уларҙың. Шуғалыр, әсәйемдең был хәлгә борсолоп алғылағаны хәтер­ҙә. “Әлдә үҙегеҙ тырыш булдығыҙ, балаҡайҙарым”, — тип көрһөнөп ҡуя ине.
Яҡты донъяларҙан китеп бар­ғаныңа оҙаҡламай егерме йыл тула, әсәй. Тик яҡты һыныңды, баҫалҡы йылмайыуыңды һәм бер ҡасан да иҫкермәйәсәк өгөт-нәси­хәттәреңде онотторорға ваҡыт көсһөҙ.


Вернуться назад