Радий Хәбиров: “Байрам табынына — бәрәңге билмәне”08.03.2019
Республика етәксеһенең хәләл ефете Каринэ Хәбирова үҙенең социаль селтәрҙәге сихифәһендә (Instagram) видео-ҡотлау менән уртаҡлашҡан. Роликта Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров гүзәл заттарҙы байрам менән ҡотлай.

“8 март — ҙур байрам. Билмәнгә ҡамыр әҙерләйем. Әсәйемдең рецебы буйынса үҙемдекеләрҙе һыйларға ине. Бәрәңге билмәне — бик тәмле. Бырлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла байрам менән”, — ти төбәк етәксеһе.


Артабан Радий Хәбиров Эдуард Асадовтың шиғырын да уҡып ишеттерә. Ҡотлауҙарға Каринэ Хәбирова ла ҡушылған.



Вернуться назад