“Рәсәйҙең патриоты һәм лайыҡлы гражданы булырға ант бирәм…” Октябрьский ҡалаһының балалар-үҫмерҙәр ижады һарайы директоры Вера Ульянова “Йәш армия” хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашыусылар менән беҙҙе бик теләп таныштырҙы. Килешеп торған армиясылар формаһы, ҡыҙыл берет кейгән ыҫпай, етди ҡарашлы үҫмерҙәр араһында ҡыҙҙарҙың күп булыуы хайран итте.
Өҫтәлдә хәрби экипировка, граната, ҡоралдарҙың уҡыу макеттары. Һәр “һалдат” уларҙың төҙөлөшөн өйрәнә, ҡулланыу серҙәрен үҙләштерә. “Ҡорал менән эш итеү уйын түгел. Бында ла юғары мәҙәнилек, йыйнаҡлыҡ, теүәллек кәрәк”, – ти ҡыҙҙар.
– Мин киләсәктә мотлаҡ офицер буласаҡмын, шуға күрә хәрби техниканы энәһенән-ебенә саҡлы өйрәнеү өсөн йәш боец курсын үтергә теләйем, – ти Кирилл Мамонов. – “Йәш армиясы”ларҙың тантаналы, оло яуаплылыҡ йөкмәтеүсе, йөрәккә үтеп инерлек антын яттан беләм һәм уға торошло булыу өсөн тырышасаҡмын.
Патриотик тәрбиә үҙәгендә өс взвод ойошторолған. Һигеҙ йәштән бында шөғөлләнә башларға мөмкин. Балалар тигеҙ рәт менән сафта йөрөргә, яралыларға беренсе ярҙам күрһәтергә, ҡул көрәше нигеҙҙәрен үҙләштерергә өйрәнә.
– Ә миңә иң оҡшағаны – парашюттан һикереү! Ул саҡтағы бәхет тойғоһон бер ниндәй башҡа хис-тойғо менән дә сағыштырып булмай. Рәхәтлек, иркенлек, ҡурҡыу тойғоһон еңеүҙән әйтеп бөтөргөһөҙ ләззәт табаһың. Ә парашютты йыйыу – үҙе бер мауыҡтырғыс, баш ҡатырғыс мәсьәлә, сисә алһаң, үҙеңдә көс, ышаныс уяныуын тояһың. Нисек тә булһа, малайҙарҙан ҡалышмаҫҡа, командаларҙы теүәл үтәргә тырышаһың, – ти Виктория Мамыкина.
2-се взводта 32 ҡыҙ йәш армиясы курсын үтә. Үҙәктә барлығы 106 бала даими шөғөлләнә.
Штаб начальнигы, Санкт-Петербургтың махсус тәғәйенләнештәге 118-се айырым уҡыу үҙәгенең инструкторы Александр Пшеничный әйтеүенсә, хәрби-патриотик хәрәкәттең төп маҡсаты – балаларҙың географияға, ил тарихына һәм унда йәшәүсе төрлө милләт халыҡтарына, бөйөк ғалимдарыбыҙға һәм полководецтарыбыҙға ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу. Уҡыуҙан буш ваҡыттарында үҫмерҙәр мемориал, обелиск һәм башҡа иҫтәлекле урындарҙы һаҡлау, ирекмәндәр эшмәкәрлеге менән шөғөлләнәсәк, мәҙәниәт һәм спорт сараларында ҡатнашасаҡ, тәүге ярҙам күрһәтеү буйынса күнекмә аласаҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: “Йәш армия” хәрәкәте Рәсәй Оборона министрлығы башланғысы менән ойошторолоп, ил Президенты тарафынан хупланды. Ә ДОСААФ ойошмалары хәрәкәттә ҡатнашыусы “ҡыҙыл берет”тарға үҙ биналарында уҡыу өсөн ҙур мөмкинлек бирә.
“Йәш армия” ағзалары үҙҙәренә бүләк ителгән килешле хәрби формаларҙы бик яратып кейә. Ҡышҡы ялан формалары ла бар икән. Йәй етһә, Ҡандракүл базаһындағы йәйге лагерҙа хәрби әҙерлек үтәсәктәр, патриотик йырҙар өйрәнеп, конкурста ҡатнашасаҡтар.
– Өҫтәмә белем биреү күнекмәләрендә үҙҙәрен яҡшы яҡтан күрһәткән ҡыҙ һәм егеттәребеҙгә хәрби училищеларға, институттарға юл асыла. Бына шундай ныҡыш, егәрле ҡыҙҙарыбыҙҙың береһен IX кластан Федераль хәүефһеҙлек институтына уҡырға алдылар, – тип шатлығы менән уртаҡлаша Александр Федорович.