Һеҙ – донъя йәне, тормош йәме!08.03.2019
Республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров гүзәл заттарҙы байрамдары менән ҡотланы. Унда былай тиелә:

“Ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙар! Һеҙҙе 8 Март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ихлас ҡотлайым!

Беҙ, ирҙәр, бөгөн һеҙгә ҡарата айырыуса ихтирамлы һәм иғтибарлы булырға тырышабыҙ — ысын күңелдән сәскәләр бүләк итәбеҙ, бүләктәр тапшырабыҙ, мөләйемлегегеҙ, күркәмлегегеҙ менән һоҡланабыҙ. Беҙҙең иғтибарыбыҙҙы тойоуығыҙ, йылмайыуығыҙ бик мөһим. Ихлас күңелдән әйтелгән йөрәк һүҙҙәребеҙ хис-тойғоларыбыҙҙы нығытһын ғына. Рәхмәт һеҙгә! Һәр ваҡыт яныбыҙҙа булғанығыҙ, беҙҙе йылылыҡ һәм иғтибар менән сорнағанығыҙ өсөн рәхмәт!

Ҡатын-ҡыҙҙың ғаиләләге роле баһалап бөткөһөҙ ҙур, ә әсә һөйөүе тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Бала тәрбиәләү — ул ҙур хеҙмәт һәм бәхет. Көндәлек хеҙмәтегеҙ менән илдең һәм республиканың үҫешенә лә тос өлөш индерәһегеҙ. Беҙ ошо әүҙемлекте йорт мәшәҡәттәре, балалар тәрбиәләү менән уңышлы берләштереүегеҙгә һоҡланабыҙ. Ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙар, һеҙгә һәм яҡындарығыҙға һаулыҡ, тыныслыҡ, бар башланғыстарығыҙҙа уңыштар теләйем. Һөйөлөп йәшәгеҙ! Бәхетле булығыҙ!”


Вернуться назад