Тойо Сибата ғүмер буйы бейеү менән шөғөлләнгән, әммә умыртҡа һөйәге ауырта башлағас, 92 йәшендә яратҡан һөнәрен ташлай. Өлкән йәштәге ҡатынға күңеленә ятышлы шөғөл табыуы еңелдән булмай. Шул саҡ 60 йәшлек улы шиғыр яҙып ҡарарға кәңәш итә.
2009 йылда Тойо Сибатаның “Күңелеңде төшөрмә” тигән шиғырҙар йыйынтығы баҫылып сыға. Әле Японияла китап миллион ярым данала һатылған. Япон телендәге шиғырҙарҙы уҡыу һәм уларҙың ижади кимәлен баһалауы ҡатмарлы. Шулай ҙа Сибата шиғырҙарының ни өсөн халыҡ күңеленә үтеп инеүе аңлашыла кеүек. Оло йәштәге ҡатындың күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәүе, хыялдарҙан баш тартмауы үҙе үк ижадына ҡарата ҡыҙыҡһыныу уята түгелме?!
“Үҙемде яңғыҙ тойған саҡта” тигән шиғырынан тәржемә:
Устарым менән һоҫоп алырмын
Ишек ярығы аша үтеп ингән ҡояш нурын.
Ҡулдарымды йөҙөмә алып килермен,
Ҡояш нуры хәтерләтер
Әсәйемдең йылыһын.
“Әсәй, мин бирешмәҫмен”, — тим
Һәм күтәрелеп аяғыма баҫам.
Лилиә НУРЕТДИНОВА