Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы алдынан Баймаҡ ҡалаһындағы Балалар ижад йортонда һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән һылыуҡайҙар өсөн “Принцессалар балы” үткәрелде. Балда Баймаҡ ҡалаһынан, Ҡуянтау, Мерәҫ, Үрге Таулыҡай ауылдарынан барлығы 18 ҡыҙсыҡ ҡатнашты. Улар “Батшабикә”гә үҙҙәренең прическаһын, матур күлдәктәрен күрһәтте, йәнһүрәттәрҙән принцтарҙың исемен атаны, йыр-моңға әүәҫлеге менән һоҡландырҙы, төрлө уйындар уйнаны. Матур, күркәм, йылы, яҡты залда үҙҙәрен ысын принцесса кеүек хис итте улар.
Баймаҡ районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге етәксеһе Илдус Зәйнуллин әйтеүенсә, был сара ҡыҙҙарға үҙен төрлө яҡлап асырға ярҙам итә, тиңдәштәре менән аралашыу форсатын аса, кәйефтәрен күтәрә, алға ынтылыш бирә.
Эйе, дәртләнеп, сәмләнеп ҡайтты байрамдан ҡыҙҙар. Уларҙың барыһына ла дипломдар, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.