Йөҙйәшәр инәйҙәрҙе йәшәртеп07.03.2019
Ҡулдары йыйырсыҡланып, маңлайҙары һырланып, сәстәренә “ҡырау” ҡунһа ла, йәшәү дәртен юғалтмай, йор һүҙле, теремек, асыҡ күңелле булып ҡала йөҙйәшәр Баймаҡ ағинәйҙәре.

Уларҙы Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина, Баймаҡ районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Фәнис Әминев, уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлшат Сирғәлина, урындағы ветерандар ойошмаһы етәксеһе Роза Мараканова ҡотланы.

Йөҙйәшәрҙәрҙең береһе – Икенсе Этҡол ауылында йәшәүсе Өммөниса Әлмөхәмәтова – күреү һәләте насарайыу сәбәпле, быйыл ғына гәзит-журнал уҡый алмай башлаған. Инәй алты бала тәрбиәләп үҫтергән. Әле улы Рәмил һәм килене Мәрйәм янында бәхетле ҡартлыҡ кисерә.

Ниғәмәт ауылынан Хәжәр Һөйөндөковаға – 102 йәш. Уны оҙаҡ йәшәүселәр нәҫеленән тип атарға мөмкин: Ғәбиҙә апаһы 103 йәшкә тиклем ғүмер кисерһә, туғандарының күбеһе 99 йәшкә еткән.

– Әсәйем сығышы менән Йылайыр районынан, – ти 70 йәшлек ҡыҙы Нәзифә Нуриәхмәт ҡыҙы. – Атайым һуғыштан 1946 йылда әйләнеп ҡайтты. Яуҙа ике Дан ордены менән наградланған ҡаһарман ул. Ғаиләлә туғыҙ бала үҫтек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ете туғаным вафат булды. Әсәйемдең һәр иртәһе аят-сүрәләр уҡыуҙан башлана.

Һуғыш ветераны ҡатыны булараҡ, Хәжәр инәйгә районда беренселәрҙән булып торлаҡҡа сертификат бирелә. Баймаҡтан фатир алалар, әммә бар ғүмерен ауылда үткәргән инәй ҡаланы үҙһенмәй – ҡыҙы янына йәшәргә ҡала.

Тиҙҙән йөҙ йәшен билдәләйәсәк Йәнбикә Хәсәнова Ишейҙә ғүмер иткән, әле – Баймаҡта. Ул да, һуғыш ветеранының тол ҡатыны булараҡ, бар уңайлыҡтарға эйә йылы, яҡты фатирҙа көн күрә. Берҙән-бер улы баҡыйлыҡҡа күскән, инәйҙе өс ейән-ейәнсәре алмашлап тәрбиәләй.

– Өләсәй туҡһан йәшенә тиклем ҙур хужалыҡ тотто, күпләп ҡаҙ аҫраны. Беҙҙең барыбыҙға ла юрған-мендәрҙәр эшләне, кейем текте, – ти ейәнсәре Сәриә.

Әйткәндәй, Йәнбикә инәй килене менән утыҙ йыл бергә татыу йәшәгән. Ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәләре өләсәйҙәренең йөҙ йыллығын ҙурлап үткәрергә йыйына.

Баймаҡтың бер быуат ғүмер кисергән инәйҙәре Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан ихлас ҡотлауҙар, иҫтәлекле бүләктәр ҡабул итеп, оло ҡәнәғәтлек кисерҙе, йөҙҙәре нурланып балҡыны, йәшәреп киткәндәй тойолдо.


Вернуться назад