Гүзәллек бүләк итә Гүзәлиә08.03.2019
Һәр ваҡыт гүзәллеккә, матурлыҡҡа ынтылған Гүзәлиәне мәктәп йылдарынан беләм. Оҙаҡ йылдар ауыл советы рәйесе булып эшләгән атаһы уны көслө рухлы булырға өйрәтә, уның ойоштороу, бар эште теүәл бүлеп биреү һәләте лә атаһы Иҙрис ағай Ваһаповтан. Әсәһе Рәйсә апай иһә биш баланың төпсөгө Гүзәлиәгә бәләкәйҙән матурлыҡҡа ғашиҡ була белеү сифатын һеңдерә.

Ишембай районының Этҡол урта мәктәбендә тырышып уҡып, уны яҡшы билдәләргә тамамлағас, ул өлкән апаһы Раушанияның өлгөһө буйынса Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһына физика-математика факультетына уҡырға инә. Дипломлы белгес, ҡалала эш булмағанлыҡтан, күрше Ураҙбай мәктәбендә балаларҙы физика, математика һәм информатиканан уҡыта башлай. Класс етәкселеген алып бара, шул уҡ ваҡытта Биксән ауылы мәктәбендә лә уҡытырға өлгөрә йәш белгес. “Уҡытыусы булыуы бик оҡшай ине миңә. Апайым да ошо изге һөнәрҙе һайланы, әле ул – Биксән урта мәктә­бендә директорҙың уҡыу-уҡы­тыу эштәре буйынса урынба­ҫары, Башҡортостан Республи­ка­һының мәғариф алдынғыһы, хөрмәт ҡаҙанған уҡытыусы. Мин әле һаман һәр уҡыусымды йылы тойғолар менән хәтергә алам. Унда эшләгән йылдарҙа фото менән дә мауыға инем, туйҙар, байрамдар төшөрҙөм. Һәм шул уҡ осорҙа керпек үҫтереү менән дә шөғөлләнә башланым. Бының өсөн махсус рәүештә Ҡазанға барып уҡыным, республикаға иң тәүге булып күләмле керпек үҫтереү техно­логияһын алып ҡайттым”, – ти Гүзәлиә Ситдиҡова.

Уҡытыусы булараҡ бик уңышлы эшләп йөрөүенә ҡарамаҫтан, бер мәлдә ул тулыһынса матурлыҡ өлкәһенә күсергә ҡарар итә. Һәм үҙе өсөн өр-яңы донъя аса.

– Бик күп ҡатын-ҡыҙҙың матур булғыһы, тәбиғи һылыулығын оҙаҡ йылдарға һаҡлағыһы, үҙҙәрендә һоҡланыу тулы ҡараштар тотҡоһо килә, – ти Гүзәлиә. – Мин был хәҡиҡәтте үҙем өсөн бала саҡтан астым һәм уға өлгәшеү өсөн бар тырышлығымды, көсөмдө, мөмкинлектәремде һалдым.
Бөгөн уның Стәрлетамаҡ ҡалаһында үҙ салоны бар. Уға ҡатын-ҡыҙҙар бөтә республиканан килә. Ә уның ошо үргә, үҙ исемен булдырыуға нисек өлгәшеүе, ниндәй юлдар, ауырлыҡтар аша үтеүе тураһында үҙе генә белә... Һигеҙ айлыҡ ауыры булған ҡатын өсөн хәүефләнеп, уны “Өфө – Санкт-Петербург” самолетына ултыртмаҫҡа ҡарар итәләр. Был беҙҙең Гүзәлиә илдең төньяҡ баш ҡалаһына уҡырға китергә ынтыла. Бар яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алып, самолетҡа ултыра, уҡып, белемен арттырып ҡайта ул. Бының кеүек уҡыуҙары, оҫталығын камиллаштырыу осраҡтары күп була уның.

– Ҡаштар менән эшләй башлау идеяһы тап ауырлы саҡта килде башыма. Бик һөҙөмтәле һәм тәбиғигә яҡын бөртөклө техник алым тураһында белеп ҡалдым да ваҡытты бер ҙә әрәм итмәй уға өйрәнгем килде, шуға күрә ҡайһы саҡ әҙерәк тәүәккәл, хатта уйланмағаныраҡ аҙымдарға ла барырға тура килде шул. Тик үкенмәйем, – тип йылмайып хәтерләй ул бөгөн.

Өс йылдан иһә ул, эҙләнә торғас, бығаса Башҡортостанда булмаған үҙенсәлекле FlaxTap технологияһы тураһында белеп ҡала. Ҡаштарҙы микропигментлауҙың әлеге төрөн ул Ҡырым Республикаһына барып үҙләштерә. Гүзәлиә Башҡортостан өсөн ят булған был технологияны иң беренсе булып алып ҡайтып ҡына ҡалмай, ә хәҙер үҙе лә оҫталарҙы өйрәтә башлаған. Был технологияның Башҡортостандағы рәсми вәкиле ул.
Гүзәлиә үҙенең бар эшен еренә еткереп, камиллыҡтың сигенә тиклем еткергәнсе эшләп өйрәнгән. Үҙ-үҙенә яуаплы булыуы, юғарыға ынтылыуы, әлбиттә, бушҡа үтмәй, ул был өлкәлә ҙур уңыштарға өлгәшкән. “Aurora Diamond Award” тип аталған оҫталар бәйгеһендә “Үҙ төбәгенең иң яҡшы оҫтаһы” номинацияһында еңеүсе булған һәм “The Lines” премияһында “Микропигментлау буйынса иң яҡшы тренер” исемен яулаған. Беҙгә, ябай кешеләргә, был премияларҙың атамаһы әллә ни мәғлүмәт бирмәһә лә, улар бик мөһим, халыҡ-ара кимәлдәге наградалар.

Гүзәлиә Ситдиҡова был техникаға өйрәнергә теләге булған ҡыҙҙарҙы үҙенең студияһына саҡыра. Ҡатын-ҡыҙҙың йөҙөндә иң ҙур иғтибарҙы йәлеп иткәне – ҡаш, шуға күрә һөнәргә бер өйрәнһәң, ул һиңә артабан ғүмер буйы хеҙмәт итәсәк бит. Әйткәндәй, матурлыҡ өлкәһендә хеҙмәт иткән ҡыҙҙар араһында иң килемле эшләгәндәр ҙә тап ошо ҡаш яһаусылар икән. “Бизнес асырға, ғөмүмән, һәйбәт аҡса эшләргә теләге булған ҡыҙҙарҙы үҙемә уҡырға саҡырам. Һөнәрҙе бер көн эсендә үҙләштерергә мөмкин. Аҙаҡ иң кәмендә ун кешегә ҡаш яһаһаң, уҡыу хаҡын сығара”, – ти ул.

“Мин оҫта, миңә етеүселәр юҡ” тип өлгәшелгән уңышы менән генә ҡәнәғәтләнеп, риза булып ултырмай ул. Һәр ваҡыт төрлө курстарҙа белемен даими камиллаштыра, семинарҙарҙа ҡатнаша, үҙе онлайн-чемпионаттар үткәрә. Быларҙың барыһы ла уға әле һаман үҙ өлкәһендә иң алдынғы оҫта булып ҡалырға ярҙам итә. Әйткәндәй, Гүзәлиә ҡыҙҙарҙы оҫталыҡҡа Төркиәгә, Дубай ҡалаһына, Ҡазанға һәм башҡа төбәктәргә лә барып уҡыта.

– Күңелеңә ятҡан һөнәр һайлап, һөҙөмтәлә һиңә ғүмереңдең бер көнөндә лә эшләргә тура килмәйәсәк, тип әйткән бит Конфуций. Мин ошо һүҙҙәрҙе үҙемә девиз итеп алдым. Һөнәремде шул тиклем яратам. Ул миңә килем һәм күңел рәхәтлеге, ҡәнәғәтлек килтерә. Минән йыш ҡына, нисек барыһына ла өлгөрәһең, тип һо­райҙар. Тәбиғәттән бирелгән тынғыһыҙ­лыҡ, тиктормаҫлыҡ сәбәпселер быға, – ти Гүзәлиә.

Бөгөн уның “Гүзәлиә Ситдиҡованың ҡараш студияһы” бар. Үҙенән тыш тағы дүрт оҫта эшләй. Ҡыҙҙары менән бик ғорурлана ул. Һәр береһен үҙе уҡытҡан, өйрәткән. Динә – беренсе категориялы оҫта, ул халыҡ-ара чемпионаттар еңеүсеһе. Икенсе категориялы оҫта Олеся шулай уҡ илдең иң көслө ҡаш оҫталары араһында еңеүҙәр яулаған. Тағы Камилла менән Ольга исемле ҡыҙҙар ҙа уларҙан ҡалышмай. “Беҙҙең команда бик татыу. Һәр клиентыбыҙға күңел йылыһын бирәбеҙ һәм эште тик сифатлы материалдар менән башҡарабыҙ. Мин шәхсән үҙем ҡыҙҙарҙың эшен даими күҙәтәм, сөнки сифат өсөн үҙем яуаплымын, шуға күрә беҙгә һәр ваҡыт ҡайтанан киләләр, башҡаларға кәңәш итәләр”, – ти ул.

“Ә шулай ҙа ни өсөн тап ҡашты матурлау менән шөғөлләнергә булдың?” тигән һорауға Гүзәлиә былай тип яуап бирҙе:
– Әсәйем йәш сағында бик сибәр, ҡыйғас ҡашлы ине, уға бәләкәйҙән һоҡланып үҫтем. Иҫләйһегеҙме, бынан биш-алты йыл элек ептәй нәҙек, ҡәләм менән һыҙылған кеүек ҡап-ҡара ҡаштар модаға ингәйне. Һис оҡшаманы ул миңә, шуға йәнем әрнеп, ошо технологияны өйрәндем. Уның буйынса ҡаштар тәбиғи төҫ ала, башҡорт ҡыҙҙарыныҡына оҡшап, ҡыйғас килеп сыға. Ҡаш – йөҙөбөҙгә матурлыҡ биргән иң мөһим, үҙенсәлекле билдә ул.

Гүзәлиә – оҫта етәксе генә түгел, ә бәхетле ир ҡатыны һәм хәстәрлекле әсәй ҙә. Уның Милана исемле дүрт йәшлек ҡыҙы бар. Тормош иптәше Денис эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Ҡыҙына һәр саҡ ваҡытын, күңел йылыһын таба ул. Бала һәр яҡлап та үҫешә, бейеүгә, инглиз телен өйрәнергә йөрөй. Бәләкәй генә булыуына ҡарамаҫ­тан, уҡый-яҙа белә. Әсәһенә оҡшап ижади ҡарашлы ҡыҙыҡай хәҙерҙән шиғырҙар уйлап сығара икән хатта.
– Ҡыҙымдың һәр яҡлап үҫеше минең өсөн бик мөһим. Хәҙер балалар отҡор, аҡыллы һәм үҙҙәренә иғтибар талап итә, шуға күрә улар өсөн һәр саҡ ваҡыт табам. Бар буш ваҡытты ғаиләбеҙ менән бергә үткәрергә тырышабыҙ. Йәйен тәбиғәткә сығабыҙ, төрлө яңы урындарға йөрөйбөҙ, донъя буйлап сәйәхәт итәбеҙ, – ти ул.

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан, Гүзәлиә республикабыҙҙың барлыҡ гүзәл заттарын байрам менән ҡотлай һәм иң изге теләктәрен еткерә.
– Әлбиттә, иң ҡәҙерле кешем – әсәйемде тәбрикләгем килә. Ул ифрат маҡсатлы, сәмле кеше. Уның ҡулынан килмәгән эше юҡ. Һәр саҡ ғаилә мәнфәғәтен алға ҡуйып, бөтәбеҙҙе лә берләштереп, йүнәлтеп торған рухи маяғыбыҙ. Мин уға оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ теләйем.
Гүзәлиә матур булырға теләгән ҡыҙҙарҙы үҙенең студияһына саҡыра.


Вернуться назад