Яңы эсемлек уйлап тапҡандар07.03.2019
Халыҡты сәләмәт туҡландырыу һәм кешенең тәбиғи иммунитетын һаҡлау проблемаһы Башҡортостан ғалимдары – Башҡорт дәүләт аграр университеты доценттары Светлана һәм Владимир Канарейкиндарҙы өр-яңы функциональ туҡланыу продукты яһауға этәргән. Һүҙ бейә һөтө нигеҙендә ойоған һөт ризығы алыу өсөн үҙенсәлекле композиция яһау тураһында бара.

Яңы эсемлектең составына һыйыр, бейә һөтө, киптерелгән ҡуйы һөт, шулай уҡ йогурт өсөн ойотҡо инә. Бынан тыш, ул кеше организмындағы биохимик һәм физиологик процестарҙың ғәҙәти ағышын тәьмин иткән витаминдар менән байытылҡан.

Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, яңы ризыҡ сирле микрофлораны, атап әйткәндә туберкулез бактерияларын юҡ итә. Ҡымыҙҙан айырмалы, унда спирт юҡ, шуға күрә балаларға ла, спортсыларға ла файҙалы буласаҡ.

Әле авторҙар уйлап табыуға патент алған. Ризыҡты күпләп етештерергә теләгән эшҡыуарҙар ҙа табылған.





Вернуться назад