Тест
Магазин, бутик, баҙар... Унда күпме матур-матур кейем-һалым, уйынсыҡ, ваҡ-төйәк... Ҡыҙыҡтыра! Үҙ-үҙеңде тикшереп ҡара әле, әйбер йыйыу сире менән ауырымайһыңмы? Кәрәкле-кәрәкмәҫ әйбер һатып алыуҙан тыйылып ҡалыу көсөңдән киләме?
1. Ҡиммәтле бутик витринаһында бик матур күлдәккә күҙең төштө. Һин ни эшләйһең?
а) нисек кенә булһа ла аҡса табып, уны һатып алаһың;
б) бер көн ғазапланып йөрөгәндән һуң, миңә кәрәге юҡ тигән һығымтаға киләһең;
в) икенсе магазиндан шуға оҡшаш, ләкин арзаныраҡты табырға тырышаһың.
2. Дуҫың ял көндәренә фотоаппаратыңды һорап тора. Һин:
а) бирмәҫ өсөн ниндәй ҙә булһа сәбәп табаһың (ҡиммәтле әйберҙе ватыуҙары бар);
б) биреп тораһың. Ләкин ватыла ҡалһа, хаҡын түләргә тип алдан уҡ килешеп ҡуяһың;
в) уйлап та тормай бирәһең.
3. Ҡайҙалыр зонтигыңды онотоп ҡалдырғанһың:
а) бөтөн таныш-белешкә шылтыратып сығаһың;
б) нәҡ шундай уҡ зонтик һатып алаһың;
в) тиҙҙән был юғалтыу тураһында онотаһың.
4. Һиңә бөтөнләй кәрәкмәгән фарфор фил бүләк иттеләр. Уны ни эшләтәһең? Мәҫәлән:
а) шкафҡа йәшереп ҡуяһың, бәлки, кәрәге тейер;
б) ҡағыҙҙарҙы баҫтырыу өсөн ҡулланаһың;
в) берәйһенең тыуған көнөнә бүләк итәһең.
5. Ниндәй ҙә булһа коллекцияң бармы? Әйтәйек:
а) аҡса йыям;
б) йомшаҡ уйынсыҡтар һәм матур вазалар;
в) һүрәттәр.
Һөҙөмтә:
Яуаптарҙа күберәк “а” булһа:
Һиндә әйбер йыйыу сире аҙып киткән. Модалы, арзанлы, ялтырауыҡлыһын күрһәң, бөтөнләй кәрәкмәһә лә, янынан тыныс ҡына үтеп китә алмайһың. Был сирҙән арыныу өсөн һәр ай аҙағында, кәрәкмәгән әйберҙәреңде ташлап йәки бүләк итеп, фатирыңды таҙартыу ҡамасауламаҫ.
Күберәк “б” булһа:
Әйбер йыйыуға тартылыуың уртаса баһалана. Хужабикә роле менән артыҡ мауыҡмағыҙ. “Һаран ике ҡат түләр” тигән халыҡ мәҡәлен йышыраҡ иҫеңә төшөр.
Күберәк “в” булһа:
Был мәсьәләлә һин айыҡ фекер йөрөтәһең. Әйбер йыйыуға иҫең китмәй. Кәрәкмәгән сүп-сарға күмелеп йәшәү һиңә янамай.