Машина ҡуйыу урыны түгел!07.03.2019
Өфөнөң Әй урамындағы 54-се йортта йәшәгән халыҡ ҡайһы берәүҙәрҙең автомобилен газонға ҡуйыуына ялыу итте.

Мәсьәләне хәл итеү өсөн баш ҡаланың Совет районы хакимиәте һәм Өфөләге ЮХХДИ вәкилдәре осрашты. Сара йомғаҡтары буйынса газонды ҡоймалау буйынса коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығына хат әҙерләргә ҡарар ителде.

Граждандар шулай уҡ Менделеев урамындағы “Аҡсарлаҡ” сауҙа үҙәге янындағы тыҡрыҡҡа фотоға төшөрөү камераһы ҡуйырға тәҡдим итте. Был йәһәттән тейешле инстанцияға хат ебәреләсәк.




Вернуться назад