Бер быуатлыҡ тарихы булған Күсей ауылының белем усағы ошо көндәрҙә газға тоташтырылды.
Күсей мәктәбе директоры Ҡунаҡбай Уйылданов белдереүенсә, ошоға тиклем уҡыу йорто электр уты менән йылытылған. Шунлыҡтан сығым ҙур булған. Хәҙер газ үткәс, түләү аҙаясаҡ тип көтөлә. Шулай уҡ өс кешегә эш урыны барлыҡҡа килгән.
Мәктәптә әле 54 уҡыусы белем ала, ошонда уҡ “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы урынлашҡан, унда 20 бала йөрөй.
Былтыр күсейҙәр “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһында ҡатнашып, мәктәптең тәҙрәләрен алмаштырған. Проект хаҡы – 1 миллион 150 мең һум булған.
Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Миңлеғолов, Башҡортостандың халыҡ шағиры һәм яҙыусыһы Абдулхаҡ Игебаев менән Таңсулпан Ғарипова, башҡа бик күп күренекле шәхестәр үҫтергән һәм тәрбиәләгән йылы һәм яҡты белем усағында бар шарттар тыуҙырылған.