Кисә Ҡырымда ял иткән 250 бала тыуған ҡалаһы Сибайға имен-һау әйләнеп ҡайтты. Уларҙы ата-әсәләр ҡаршы алды. Ял иткән балаларҙың шатлыҡ-ҡыуанысы сикһеҙ ҙур: кемдер иҫтәлектәре менән бүлешергә ашыға, кемдер туғандарының ҡосағына ынтыла, икенселәре үҙҙәренең яңы пландары менән уртаҡлаша.
Хәйер, ҡыҙ һәм малайҙарҙың Ҡырымда диңгеҙ һауаһын һулап, ҡояшлы һәм хозур тәбиғәттә һаулығын нығытып, яңы көс һәм дәрт менән ҡайтыуы уларҙың көләс һәм нурлы йөҙҙәрендә сағыла. Шулай ҙа тыуған Сибайҙарын һағынып та өлгөргән улар, класташтарын тиҙерәк күрергә теләүен дә аңларға була.
Туғыҙ йәшлек Дарина Ғәлләмованы әсәһе Альбина Рафаэль ҡыҙы ҡаршыларға килгән.
– Ҡыҙымдың ҡайтыуына ул яратып ашаған манты менән ҡоймаҡ әҙерләнем. Көн һайын аралашып торҙоҡ, Дарина булған 5-се отрядтың етәксеһе Надежда Афонинаға рәхмәтем ҙур. Иҫтәлеккә күпме фотолар, күпме йылы тәьҫораттар ҡалды. Балаларыбыҙға матур ял бүләк иткәндәре өсөн ойоштороусыларға ҙур рәхмәт!
Ун дүрт йәшлек Стас Косарев тәүге тапҡыр самолетҡа ултырыуы, бейеклектән ҡала, урман-тауҙарҙы күҙәтеп барыуы хаҡында һөйләһә, Анастасия Солдатоваға Севастополь һәм Ялтаға экскурсия ныҡ оҡшаған.
– Балаларҙың ялы файҙалы һәм күңелле үтһен өсөн барыһы ла эшләнде, – ти төркөм етәксеһе Альбина Тапаҡова. – Диңгеҙ һауаһы, һауыҡтырыу процедуралары, диңгеҙ һыуы менән тултырылған бассейнда йөҙөү – быларҙың барыһы ла балаларҙың сәләмәтлеген нығытыуға булышлыҡ итте. Төрлө ҡалалар буйлап экскурсиялар ойошторолдо, дельфинарий, аквариумда булдыҡ, Никулин исемендәге циркты күрҙек. Әммә Ҡырымда нисек кенә матур һәм күңелле булмаһын, барыбер беҙҙең Башҡортостанға еткән бер генә төбәк тә юҡ.
10 мартта Сибайҙан йәнә 250 бала Евпаторияға юллана.