Сибай ҡалаһында үткән “Управдом” форумында республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Михаил Кирәев тә ҡатнашты. Ул бер нисә ҡала ихатаһын ҡарап сыҡты һәм үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
Сибайҙың подъезд фонды һәйбәт торошта, “республиканың уртаса кимәленән юғарыраҡ”, тип билдәләне ул. Ә бына балалар майҙансыҡтары буйынса иҫкәрмәләре булды.
– Балалар майҙансыҡтары таҙартылмаған, беҙ барғанда унда балалар уйнап йөрөһә лә, бәүелсәктәр эшләмәй ине, – тине Михаил Кирәев.
Ҡала хакимиәтенә ул ихаталарҙы йәшелләндерергә, балалар майҙансыҡтарын ойошторорға, төрлө йәштәге кешеләр өсөн спорт майҙансыҡтары булдырырға кәңәш итте.
“Управдом” форумы өс сәғәттән ашыу барҙы.
– Торлаҡ коммуналь хужалыҡ, төҙөкләндереү мәсьәләләренә арналған бик күп һорауҙарҙы тикшерергә кәрәк ине. Барыһы ла бик мөһим – беҙҙең ихаталар, подъездар, скверҙар, сүплектәр, йәшелләндереү... Ҡалала йәшәүе һәр кем өсөн дә уңайлы булырға тейеш, – тине Сибай мэры Рөстәм Афзалов.