“Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан идаралығы көнүҙәк темалар буйынса консультациялар ойоштора. 11–25 мартта ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау мәсьәләләре буйынса “ҡыҙыу элемтә” эшләй. Ул 15 мартта билдәләнгән Бөтә донъя ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау көнөнә арнала.
Теләге булған һәр кеше үҙен борсоған һорауға яуап, аңлатма алыу мөмкинлегенә эйә. “Ҡыҙыу элемтә” телефоны: 8-800-70090-30. Шылтыратыуҙар дүшәмбе – йома иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 4-кә тиклем ҡабул ителә (тәнәфес – 12:00 – 12.45). Шылтыратыу бушлай.
Һорауҙарҙы “Роспотребнадзор”ҙың Берҙәм консультация үҙәге лә ҡабул итә. Уның телефоны: 8-800-555-49-43. Тәүлек әйләнәһенә эшләй, шылтыратыу бушлай.