Пляждары күҙ ҡыҙырлыҡ булмаҡсы07.03.2019
Пляждары күҙ ҡыҙырлыҡ булмаҡсыБыйыл Сибайҙа өс йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндерәсәктәр. Был турала ҡала мэры Рөстәм Афзалов “Управдом” форумында әйтте. Улар – Төйәләҫ йылғаһы буйындағы ҡала пляжы, “Таулы” һәм “Арҡайым” биҫтәләрендәге скверҙар.

Сибайҙың баш архитекторы Мөнир Рәхимов белдереүенсә, Төйәләҫ йылғаһындағы пляж беренсе тапҡыр төҙөкләндереләсәк. Унда балалар, өлкәндәр һәм бизнес зоналары булдырыласаҡ, һуҡмаҡтар һалынасаҡ, йәшел үҫемлектәр ултыртыласаҡ, туҡланыу нөктәләре эшләнәсәк.



Вернуться назад