“Бәпес һатам. Кәрәкме?”07.03.2019
“Бәпес һатам. Кәрәкме?”Хәҙер интернет аша төрлө тауар ғына түгел, бәпестәрҙе лә һата башлағандар икән. Был бизнес менән Өфө ҡатыны ла байырға теләгән.

Эш былайыраҡ була. Яңы ғына ҡыҙ бала тапҡан ҡатын социаль селтәрҙә балаһын һатыу тураһында иғлан бирә. Хаҡын бер миллион һум тип билдәләй ул. “Һатып алыусы” тиҙ табыла. Һөҙөмтәлә 5 мартта Мәскәүҙә урынлашҡан фатирҙарҙың береһендә әсәй кеше һатып алыусыға ҡыҙын бирә һәм расписка яҙа.

Баланың бәхетенә күрә, был Мәскәү енәйәтте тикшереү бүлегенең оператив эксперименты була. 23 йәшлек ҡатын һорау алыу барышында үҙенең ғәйебен тулыһынса таный. Әлеге мәлдә баланың ғүмеренә хәүеф янамай, әсәне ниндәй язаға тарттырыу мәсьәләһе хәл ителә, енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Билдәле булыуынса, сығышы менән Ҡырғыҙстандан булған ҡатын бер йыл элек шулай уҡ илдең баш ҡалаһына килеп, бер йәшлек ҡыҙын һатырға маташа. Интернетта был аҙымының сәбәбен “баланың атаһы менән айырылышыу” тип аңлата. Былтыр оперативниктар уны ҡулға ала алмай, ә быйыл эләктерәләр.




Вернуться назад