Сәрбиямал Ихсанова Әбйәлил районының Ҡаҙмаш ауылында йәшәй. Ғүмерен балалар уҡытыуға бағышлаған. Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, хеҙмәт ветераны исеме алған уҡытыусы әле хаҡлы ялда. Ул өс ҡыҙ үҫтергән. Шәүрә, Дилә, Әҡлимә бәләкәйҙән шуҡ булған. Сәрбиямал Әкрәм ҡыҙы балаларының ғына түгел, уҡыусыларының да ҡыҙыҡлы мәҙәктәрен теркәп барған. Бөгөн уларҙы гәзит уҡыусыларға тәҡдим итәбеҙ. Һеҙҙән дә хаттар көтәбеҙ.
Шәүрәгә алты йәш. Хәреф өйрәнәбеҙ. Ниңәлер “Т” менән “Н” хәрефен бутай. Дилә минең өйрәткәнде ҡарап ултырҙы-ултырҙы ла:
– Шәүрә, сүкеш һымағы — ты-ы-ы, баҫҡыс һымағы ны-ы-ы бит ул, — тип аңлатты ла ҡуйҙы. Дүрт йәшлек бала миңә лә методиканан яҡшы һабаҡ бирҙе.
* * *
Йома сәйенә оло инәйҙәрҙе саҡырҙыҡ та ҡәйнәмдең килгәнен көтәбеҙ. Тәҙрә төбөндә ултырған өс йәшлек Дилә:
– Ана-а-а, Шәүрәнең атаһының әсәһе килә! – тип ҡысҡырып ебәрҙе. Нишләп өләсәйем тимәгәненә аптыраныҡ та, көлөштөк тә. Ғаиләбеҙҙә был һүҙ әле лә лаҡап булып йөрөй.
* * *
Әҡлимәгә ике йәш.
– Әсәйем менән йоҡлайым, – тип мыжый.
– Хәҙер һин ҙур, бергә йоҡлаһаң, оят булыр, – тине атаһы.
– Һин дә ҙур, һиңә лә оят инде! – тип яуапланы аптырап та тормай Әҡлимә.
* * *
Әҡлимәгә дүрт йәш самаһы. Икәүләп еләк йыйып ҡайтып киләбеҙ. Кискә ҡарай урамда әбей-бабайҙар осрап тора. Һәр береһенә ҡыҙым услап еләк тарата.
– Ҡайтып еткәнсе еләгебеҙ бөтә икән, – тим. Әҡлимә миңә аптырап ҡараны ла:
– Һиңә ҡарт кешеләр йәл түгелме? Улар урманға барып еләк ашай алмай бит, – тине.
Был һүҙҙәрҙән һуң үҙемә лә оят булып китте.
* * *
Ҡыҙым Шәүрәгә өс йәш ине. Күҙен тикшертергә дауаханаға барҙыҡ. Табип таблицалағы һүрәттәрҙе төртөп күрһәтә башланы. Шәүрә атты, самолетты әйтте. Әтәсте күрһәткәс, табипҡа:
– Әтәсте лә белмәйһеңме әллә?! – тине асыулы тауыш менән.
* * *
I класс уҡыусылары менән тауҙан шыуып уйнайбыҙ. Зиниә миңә:
– Апай, китегеҙ, тапайым! – тип ҡысҡыра. Илсен:
– Тапа, тапа! Апай өҫтөңә йығылһа, үҙең ялпайырһың, – ти.
Рәхәтләнеп көлдөм.
* * *
4 йәшлек ҡыҙымды өләсәһе һанарға өйрәтә.
– Әсәйең дүрт йомортҡа бешергән. Атайың өсәүһен ашағас, нисәүһе ҡала?
– Атай ниңә миңә генә ҡалдырған? Ниңә әсәйгә ҡалмаған? – тип бала илаған да ебәргән.