Урамдар тар, сүп һауытын ҡайҙа ҡуйырға?07.03.2019
Урамдар тар, сүп һауытын ҡайҙа ҡуйырға?Сибайҙа үткән “Управдом” форумы сиктәрендә сүп-сар проблемаһы ҡаралды. Ҡала мэры Рөстәм Афзалов ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән яңыса эшләү системаһындағы ауырлыҡтар тураһында һөйләне. Мәҫәлән, шәхси биҫтәләрҙә урамдар бик тар, улар сүп-сар контейнерҙары майҙансығы ҡуйыуҙы иҫәпкә алмай проектланған. Тағы бер мәсьәлә – “Полигон” муниципаль унитар предприятиеһының автопаркы бик иҫке.

Рөстәм Афзалов әйтеүенсә, яҡын арала ҡала сүп-сар өсөн универсаль евроконтейнерҙар һатып аласаҡ. Мэр “Полигон” ҡала сүплеге проблемаһына туҡталды. Суд ҡарарына ярашлы, ул 19 апрелдән эшен туҡтатасаҡ. Уның белдереүенсә, ҡала хакимиәте лә был проблеманы хәл итеү өсөн судҡа мөрәжәғәт иткән.

Ҡалала магистраль һыу үткәргесен төҙөүҙө лә ул “бик киҫкен проблема” тип атаны. Был объект өсөн ярты миллиард һум аҡса талап ителә. “Төньяҡ” биҫтәһенең инженер селтәрҙәрен төҙөү ҙә ҙур финанс сығымдарын талап итә. Унда әле электр селтәренән тыш бер нимә лә юҡ. Шулай уҡ “Таулы” һәм “Арҡайым” биҫтәләренә һыу үткәрергә кәрәк.




Вернуться назад