8 Март байрамына һеҙ ниндәй бүләктәр әҙерләнегеҙ? Ә үҙегеҙ яҡындарығыҙҙан нимә көтәһегеҙ?
Бына Ишембай районының Һарғай ауылынан Гөлгөнә Ситдиҡова иһә ауылдың мәсеткә йөрөгән бөтә ағинәйҙәренә ошондай матур ҙа, йылы ла аяҡ кейемдәре бәйләгән. Иртәгә йома намаҙына килгән һәр ҡатын-ҡыҙҙы ҙур бүләк көтә, тимәк. Мәсеттә йылы ойоҡ-башалтай бик кәрәкле әйбер бит ул.
Афарин, Гөлгөнә! Ә һеҙ ниндәй изге эш ҡылдығыҙ?